Хәйерле иртә, балалар!
Сегодня у нас итоговая работа - контрольное списывание текста.
Выше - образцы специфических букв, характерных только для башкирского языка.
Уҡыу ҡаҙаныштарының йомғаҡлау мониторингы.
Контроль күсереп яҙыу.
Июнь.
Июнь – йылдың иң матур айы. Болон, туғайҙар гөрләп сәскә ата. Был айҙа Өфө ҡалаһына яҡын аҡландарҙа 40-тан ашыу сәскә төрөн күрергә мөмкин.
Йылға, күлдәр өҫтөн ап-аҡ һәм һап-һары томбойоҡ сәскәләре ҡаплай.
Май, июнь – ҡоштарҙың бала сығарыу выҡыты. Улар балаларына ашарға ташып бер була. Мәҫәлән, бәләкәй генә себен сәпсеге тәүлегенә 560 тапҡыр осоп, аҙыҡ килтерә.
Июндә күбәләктәр оса. Бал ҡорто күс айыра.
Июнь – тәүге еләктәр айы. Иң тәүҙә ҡайын еләге бешә.
22 июнь – йыл эсендә иң оҙон көн һәм иң ҡыҫҡа төн. Бер нисә көн шулай тигеҙ тора, шунан йәйге көн ҡыҫҡара башлай.
Работы отправьте на электронный адрес Rezeda.Kilchinbaeva@yandex.ru
Дәрес бөттө. Һау булығыҙ!