Тема: Входной мониторинг. Списывание текста "Шүлгәнташ мәмерйәһе" - учебник стр. 13.
Шүлгәнташ мәмерйәһе.
Башҡортостанда иҫтәлекле урындар бик күп. Шуларҙың береһе - Шүлгәнташ ҡурсаулығы. Ул Бөрйән районында, Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан. Ҡурсаулыҡта мәмерйәләр күп кенә. Шулар араһында иң ҡыҙыҡлыһы - Шүлгәнташ мәмерйәһе.
Уның оҙонлоғо өс километрға етә, эсе өс ҡатлы. Эсендәге температура йәйен дә, ҡышын да үҙгәрмәй, ете градус була. Стеналарында бик борон йәшәгән кешеләр, аттар, боландар һәм башҡа йәнлектәр, ҡорал һүрәттәре төшөрөлгән. Бындай һүрәттәр Көньяҡ Францияла ғына табылған.
Задание: подчеркните специфические башкирские буквы.
Һау булығыҙ!
Фотографию работы отправьте на электронный адрес: Rezeda.Kilchinbaeva@yandex.ru