Хәйерле иртә, балалар! Башҡорт теле дәресен башлайбыҙ. Бөгөн ... апрель, ... .
Өй эшен тикшереү. Проверка домашнего задания.
Фонетик күнегеү.
Фонетическое упражнение.
Һаумы, ҡояш!
Һаумы, дуҫым!
Һаумыһығыҙ, уҡытыусым.
Мин сәләмәт,
Мин матур,
Салауат кеүек батыр.
Тема урока: прочитайте словосочетание, которое скрывается среди букв и знаков.
АБВГҒСа!ла”уа?т + һәй+кә=леДЖЗҘИ
Чтение текста – учебник, с. 87.
Салауат көслө ҡулдары менән теҙгенде тартып, ярһыу арғымағын яр ситендә туҡтатҡан да, өҙәңгеһенә баҫып, ҡалҡа биреп, үткер күҙҙәре менән Ағиҙел аръяғын күҙәтә. Йөҙөндә – ихтыяр көсө, ныҡлыҡ, ышаныс. Ҡамсы тотҡан уң ҡулы яуҙаштарын алға ташланырға саҡыра.
БАССР-ҙың халыҡ рәссамы, скульптур С. Д. Тавасиев ижад иткән был һәйкәл (архитекторы - БАССР-ҙың халыҡ рәссамы
И. Ғ. Ғәйнетдинов) баш ҡалабыҙҙың символына әйләнде. Ул Ырымбур юлы менән машинала үткәндә лә, самолеттан да, поезд менән Өфөгә ингәндә лә бик һәйбәт күренә.
Салауат Юлаев һәйкәленең бейеклеге - 9,8 метр, ауырлығы - 40 тонна. Ул Ленинградтың “Монументскульптура” заводында суйындан ҡойолған.
Һәйкәл – монументаль скульптураның ҙур ҡаҙанышы. Уны ижад иткәне өсөн Сосланбек Дафаевич Тавасиевҡа 1970 йылда СССР-ҙың дәүләт премияһы бирелде.
Вывод. Текст называется “Салауат һәйкәле” – “Памятник Салавата”.
Словарная работа:
теҙген – поводья
арғымаҡ – аргамак (благородный конь)
өҙәңге – стремя
ҡамсы - кнут
ихтыяр көсө – сила воли
суйын – чугун
ҙур ҡаҙаныш – большое достижение
ижад иткән - создавал
Класс эше. Классная работа.
Задание 1.Пользуясь текстом, ответьте на вопросы (спишите предложения, вставляя нужные слова):
а) Где расположен памятник Салавату? Салауат һәйкәле ...(Нева ярында, Ағиҙел ярында, Ҡариҙел ярында ) урынлашҡан.
б) Из чего он выполнен? Ул ... (алтындан, көмөштән, суйындан) ҡойолған.
Задание 2. Переведите словосочетание на башкирский язык: народный художник - ... (халыҡ рәссамы, атҡаҙанған рәссам, билдәле рәссам).
Задание 3. Посмотрите видео (внизу) по ссылке https://youtu.be/tCG6qtjN1Qo
Өй эше. Домашняя работа.
Задание 4. Ответить письменно на вопросы:
1. Кто автор памятника Салавата?
2. Какова высота памятника?
3. Какова масса памятника?
4. Когда был открыт этот памятник? - информация только в видео.
5. Какая премия была присуждена его автору? - информация в тексте.
Образец.
1.Салауат һәйкәленең авторы - ....
2. Салауат һәйкәленең бейеклеге - ...метр.
3.Салауат һәйкәленең ауырлығы - ... тонна.
4.Был һәйкәл 19.. йылда асылған.
5. Сосланбәк Тавасиевҡа ... премияһы бирелгән.
Ответы отправьте на электронный адрес Rezeda.Kilchinbaeva@yandex.ru
Дәрес бөттө. Һау булығыҙ! Всего доброго!