Хәйерле көн, балалар!
Башҡорт теле дәресен башлайбыҙ.
Бөгөн етенсе апрель, шишәмбе.
Йомаҡтарҙы сисегеҙ. Отгадайте загадки:
1)Йәйен урманда батша,
Ҡышын ҡарҙан да аҫта.
Летом в лесу царь,
Зимой ниже, чем снег.
2) Гөлбаҡса. Гөлбаҡсала бер мунса.
Шул мунсаға һыу ташый
Нескә билле Гөлниса.
Цветущий сад. В саду – баня.
В баню таскает воду Гульниса,
Девушка, у которой тонкая талия.
- Догадайтесь, о ком мы сегодня будем говорить.
Тема урока: “Айыу менән бал ҡорттары” әкиәте.
Цель урока: узнать повадки героев сказки.
Чтение текста.
Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер айыу. Уның ҡойроғо оҙон, йөнтәҫ булған. Айыу бал яратҡан. Гел бал ашауҙы уйлап йөрөгән. Бал ҡорттары йәшәгән ағас ҡыуышын күрһә, шатлығы эсенә һыймай, ти. Ул ағас башына менә лә, солоҡто туҙҙырып, бал ашарға тотона, ти. Бал ҡорттары айыуҙы һырып алалар ҙа сағырға маташалар икән. Әммә булдыра алмайҙар, сөнки айыуҙың йөнө оҙон, ә ҡорттарҙың ҡаяуы ҡыҫҡа, ти. Улар айыуҙың йөнө араһынан сыға алмай икән. Ә айыу, ергә ятып аунап, уларҙы иҙеп бөтә, ти.
Бер заман урманға кеше утынға килгән. Ул ағас башында бал ашап ултырған айыуҙы күреп ҡалған, ти.
- Ах һин, тайыш табан! Муйыныңды өҙәм мин һинең, - тип ағас башына менеп киткән.
Ул айыуға ҡарап балтаһын һелтәп ебәргән. Тик балта айыуҙың муйынын түгел, ә ҡойроғон сабып өҙгән, ти.
Шулай итеп, айыуҙың ҡойроғо ҡып-ҡыҫҡа булып ҡалған.
Ә бал ҡорттары, кешене яҡын күреп, уға хеҙмәт итә башлағандар, ти.
Словарные слова:
ҡойроҡ – хвост
оҙон – длинный
йөнтәҫ – пушистый
ағас ҡыуышы – дупло дерева
солоҡ – борть; дупло дерева где живут дикие пчелы
ҡаяу – жало
ҡыҫҡа – короткий
иҙеп бөтә – давит
утынға – за дровами
тайыш табан – косолапый
һелтәп ебәргән - замахнулся
муйын – шея
хеҙмәт итәләр – служат
Составление плана.
1. Айыуҙың ҡойроғо.
2. Айыуҙың яратҡан аҙығы (любимое лакомство медведя).
3. Ҡорттарға һөжүм (нападение на пчел).
4. Урманда кеше.
5. Айыуға һөжүм (покушение на медведя).
6. Ҡойроҡһоҙ айыу.
Ответы на вопросы:
- Чем любил лакомиться медведь?
- Как вы понимаете фразеологизм “шатлығы эсенә һыймай”?
- Как медведь лишился своего хвоста?
- Почему пчелы стали служить человеку?
https://vk.com/video-182687918_456239268
Напишите изложение текста.
Образец. Борон-борон заманда булған, ти, бер айыу. Уның ҡойроғо оҙон, йөнтәҫ икән. Айыу бал яратҡан. Ҡорттар уны сағабыҙ тип, уның йөнө араһына инәләр икән . Айыу, ергә ятып аунап, уларҙы иҙеп бөтә, ти.
Бер заман урманға кеше килгән. Бал ашап ултырған айыуҙы күреп асыуланған да уға балта менән һелтәнгән, ти. Балта айыуҙың ҡойроғона тейгән дә уны өҙөп алған.
Шунан бирле айыу ҡойроҡһоҙ йөрөй икән.
Ә бал ҡорттары кешегә хеҙмәт итә башлаған.
Подведение итогов.
Домашнее задание. Дать характеристику героям сказки.
- Дәрес бөттө. Һау булығыҙ!
Ответы отправьте на электронный адрес Rezeda.Kilchinbaeva@yandex.ru
До свидания! Всего доброго! Rezeda.Kilchinbaeva@yandex.ru