Хәйерле көн, балалар! Сегодня у нас контрольное списывание текста "Мой родной язык - язык поэтов и сказителей."
Выше - образцы специфических букв, характерных только для башкирского языка.
Примечание: начинайте с написания числа и дальше ...
Ун туғыҙынсы май.
Уҡыу ҡаҙанышының йомғаҡлау мониторингы.
Контроль күсереп яҙыу. .
Әсәм теле – сәсән теле.
Донъяла һәр кемгә ҡәҙерлеһе – үҙ туған теле. Туған теле барҙың туған рухы бар. Шағирҙар үҙ телен маҡтап күп шиғырҙар сығарған. Әсәм теле – сәсән теле, ти Рәми Ғарипов туған башҡорт теле хаҡында.
Әсә телендә кеше донъяны, донъя матурлығын белә башлай. Уның шул телдә фекерләү мәҙәниәте формалаша. Үҙен аңлар һәм үҙе тураһында һөйләр өсөн халыҡ сәсәндәрен, йырсыларын, аҡыл эйәләрен, яҙыусыларын тыуҙыра. Һабрау йырау хан замандарының яфалары хаҡында һөйләй. Байыҡ сәсән Салауат кеүек батырҙарҙы маҡтай. Салауат үҙе изге яуға саҡырып оран һала. Аҡмулла белем алырға өндәй. Мостай Кәрим Башҡортостанға дан йырлай.
Работы отправьте на электронный адрес Rezeda.Kilchinbaeva@yandex.ru