23.09.2022

Тема: Контрольное списывание.


Хәйерле иртә! Доброе утро!

Сегодня входная контрольная работа.

Оформление:


Фамилия, имя. Класс.

Егерме өсөнсө сентябрь.

Контроль күсереү.

Тәбиғәт ҡосағында. .

Тәбиғәт ҡосағында Тәбиғәт ҡосағында ирәүәнләп ял итергә яратаһығыҙмы? Яратаһығыҙҙыр. Тын иркенәйеп, тән яҙылып ҡала бит тәбиғәткә яһалған һәр сәфәрҙән һуң. Йылға буйҙарын ҡыҙырыу, емеш-еләк, бәшмәк йыйыу, балыҡ ҡармаҡлау, тау-таштарға күтәрелеү, ҡоштар һайрауын ләззәтләнеп тыңлап, урмандарҙа таң ҡаршылау үҙе бер иҫтәлекле сәхифә була, ғүмерҙең һағынышлы бер сәғәте булып хәтергә уйыла. Тәбиғәт менән аралашыу нығый. Күңелдә донъяға һөйөү, матурлыҡҡа наҙ тойғоһо көсәйә төшә. Көс-ҡеүәтең, сыҙамлығың арта. Рухың сыныға... Гелән үҙенә саҡырып торғандай йәмле төбәктәр!



Можно связаться со мной:

отправить на Ватсап 89174105533 или

Адрес электронной почты:

aygu.zaripova@yandex.ru