Хәйерле иртә! Бөгөн тема:
Дөрөҫ әйт: һаҙ, һәҙ, һоҙ, һөҙ, һүҙ, һиҙ, һыҙ, һеҙ.
Шиғырҙы уҡы. Прочитай стихотворение.
Бер, ике, өс...
Атлай тышта көҙ.
Эҙҙәре алтын,
Һулышы һалҡын.
Күлдәр бойоға,
Томан ҡуйыра.
Ел елә туҙып,
Көҙ көйөн һуҙып.
Тынды бал ҡорто,
Һыуынғас йорто.
Ағастар -ҡаҡса,
Шыр ҡалды баҡса.
Әйтерһең, ергә
Түгелгән аҡса.
Һары япраҡтар
Ҡойолған шулай.
Болот баҫҡан күк
Йәш түгеп илай.
Бер, ике, өс...
Атлай тышта көҙ.
ҺУЛЫШЫ ҺАЛҠЫН-дыхание холодное
КҮЛДӘР БОЙОҒА-озера грустят
ТОМАН ҠУЙЫРА-густеет туман
АҒАСТАР ҠАҠСА-деревья оголенные
ЙӘШ ТҮГЕП ИЛАЙ-проливает слезы.
ҺАРЫ ЯПРАҠТАР-желтые листья
Найди переводы слов, которые состоят только из букв слова
грабли-.....
черный-....
белый-..
пшено-....
снег-...
гребень, расческа-.....
воротник-...