2 урок

5б 14.04.

5А, 5В 16.04.

Һаумыһығыҙ! Дәрестең темаһы.

Миҙал һәм малай.(Медаль и мальчик) В. Исхаҡов.

  1. Яҙыусының биографияһы менән танышайыҡ.


Вәзих Мөхәмәтша улы Исхаҡов Башҡортостандың Саҡмағош районы Тайнаш ауылында 1927 йылда тыуған. 7 йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Бәләбәй механизация техникумында уҡый. 1948 йылда Хәрби Хеҙмәткә алына. Ошо йылдарҙа үҙенең беренсе әҫәрҙәрен ижад итә башлай. Гә-зиттә хикәйәләре, фельетондары баҫылып сыға.Әҙәбиәт өлкәһен-дәге ҡаҙаныштары өсөн медалдәр менән наградлана, ”Башҡортостандың атҡаҙанған эшмәкәре” тигән исемгә лайыҡ була, Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты .


В. Исхаков начал публиковать свои первые статьи, очерки, фельетоны и небольшие рассказы в годы военной службы. Еще будучи офицером Советской Армии, служа в Кунгуре на Урале, он заинтересовался жизненным путём крупного татарского революционера-социалиста Мулланура Вахитова, занимался сбором материалов о нем и о событиях гражданской войны на Урале.


Дәреслектең 128-129-сы биттәрендә тексты тап.

найди на 128-129 стр. текст.

2. Яңы һүҙҙәр

эре генә-гордо

ҡомартҡы-реликвия

Сталинградта еңгән өсөн-за победу в Сталинградской битве

миҙал-медаль

батырлығы өсөн-за храбрость


3.Хикәйәне уҡы. Прочитай рассказ.

Миҙал һәм малай.

Уның менән беҙ урамда осраштыҡ. Ун ике-ун өс йәшлек малай мине уҙып китте. Ул түшенә миҙал таҡҡан.

— Нимә, миҙал бирҙеләрме әллә? — тинем мин уға.

— Эйе, — тине ул эре генә.

— Өләсәйем бүләк итте.

— Уның миҙалымы ни?

— Юҡ, олатайымдыҡы, — тине малай. — Һуғыштағы батырлығы өсөн бүләкләгәндәр. Сталинградта еңгән өсөн биргәндәр уға.

— Хәҙер һин уны тағып йөрөргә булдыңмы?

— Юҡ, мин уны мәктәпкә малайҙарға күрһәтергә генә алып барҙым. Ул бит олатайҙан ҡалған ҡәҙерле ҡомартҡы.

4. Һорауҙарға яуап бир.

Ответь на вопросы (устно)

-Малай нимә эшләгән?

Уның ҡылығы (поступок) тураһында үҙ фекерегеҙҙе әйтегеҙ.

Һығымта эшләгеҙ.


Һиңә хикәйә оҡшанымы? Понравился ли тебе рассказ?

Әҫәрҙең төп фекере нимәлә? Какова сновная мысль произведения?

Автор беҙҙе нимә тураһында уйландырырға теләй? Автор желает, чтобы над чем мы задумались в первую очередь?

Һеҙҙең ғаиләгеҙҙә иҫтәлекле ҡомартҡы бармы? А у вас есть в семье реликвия-ценная, памятная вещь хранимая и почитаемая?

Расскажешь, когда мы встретимся в школе.

5. Өй эше.

прочитай стихотворение "Еңеү көнө". Перепиши. Подчеркни переводы слов ВЕТЕРАНЫ, ОРДЕН, МЕДАЛЬ, ВРАГ, ПОБЕДА

Ветерандар атлап бара,

Орден, миҙал таҡҡандар,

Улар бит дошманды ҡырып,

Еңеү яулап ҡайтҡандар.