Чернушки ауылы янында ҡаты һуғыштар башланды. Дошмандың ике дзоты юҡ ителде. Ләкин ҡалҡыулыҡтағы дзот ут сәсә. Матросов(Шакирйән Мөхәмәтйәнов) дзот юҡ итергә ебәреүҙәрен һораны. Ул шыуышып дзотҡа яҡынлашты. Бер-бер артлы ике граната ырғытты, автоматтан атты. Дзот тынып ҡалды. Беҙҙекеләр атакаға күтәрелделәр. Ләкин дзот тағы ут асты. Бөтә һуғышсыларҙың һәләк булыуы мөмкин. Ни эшләргә? Александ-Шакирйән дзотҡа ташланды. Ул кәүҙәһе менән амбразураны ҡапланы. Дошман еңелде. Еңеү өсөн, Тыуған илдең азатлығы өсөн Шакирйән Мөхәмәтйәнов ҡаһармандарса һәләк булды. Уға Советтар Союзы исеме бирелде.