27.04

Хәйерле иртә. Бөгөн тема:

М.Ямалетдинов. Һалдат итеге. И.Кинйәбулатов.Бородино.

Мәүлит Ямалетдин — бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтендә үҙенсәлекле, сағыу таланттарҙың береһе.

М. Ямалетдинов ижадында беҙ шиғыр, робағи, поэма, монолог, эпос, дастан, ҡобайыр, шиғри әкиәт, хикәйә, повесть, эссе, романдарҙы күрәбеҙ, улар араһында хатта халҡыбыҙҙың һирәк башҡарылған йырҙарының ноталары ла бар”

Яҙманым мин йырҙарымды шөһрәт өсөн,

Яҙҙым бары елкенсәккә ғибрәт өсөн;

Яҙғанымды күңеленә ҡабул итһә,

Милләтемдең дарманына ҡеүәт өсөн.

Биографияһы: нажми на стрелку

Мәүлит Байгилде улы Ямалетдинов 1947 йылдың 5 февралендә[1] / 5 мартында[2] Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Учалы районы Аһылай ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Тыуыу тураһындағы таныҡлығы 5 март менән алынған.

Күрше Ҡаҙаҡҡол ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ике йыл урындағы «Байрамғол» совхозында эшләй. 1964—1968 йылдарҙа Өфө музыка-педагогия училищеһында уҡый.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Баймаҡ ҡалаһындағы мәктәп-интернатта музыка уҡытыусыһы булып башлай. Артабан, Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Сибай ҡалаһы мәктәп-интернатында йыр һәм музыканан уҡыта, Иҫке Сибай балалар музыка мәктәбенең директоры була. 1977—84 йылдарҙа Учалы районы Уральск ҡасабаһында (хәҙер ауыл) музыка мәктәбе директоры була.

1983 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1987 йылда Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙы, 2001 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

Учалы яҙыусылар ойошмаһында яуаплы сәркәтип була, Учалы районында милли-ижтимағи ойошманы етәкләй. «Ватандаш», «Ағиҙел» журналдарында эшләй.

Хәҙерге ваҡытта Учалы ҡалаһындағы яҙыусылар ойошмаһы рәйесе.

Һалдат итеге. Шиғыр. Солдатские сапоги. Стихотворение.

ЯҪЫ ТАБАН-широкая стопа

ҠУҢЫС-голенище

ҺАРЫ ҠОМ-желтый песок

ҺУҒЫШ БЫСРАҒЫ-грязь войны

САБЫЙ ҠАНДАРЫ-кровь младенца

ҠАР ҺЫУЫ-талая вода

ҺАЛДАТ ИТЕГЕ-солдатские сапоги

АЛҺЫУ ТАҢДАРЫ-алая заря

ҺОРО САҢ-серая пыль

ТЫУҒАН ИЛ-Родина

Нажми на ссылку ниже, в электронном учебнике прочитай стихотворение.

Өй эше.

Яңы һүҙҙәр менән ике һөйләм төҙө. С новыми словами составь два предложения.