7роднЛит13.11

ФәүзиәРәхимғолова. Көҙ.

Детский писатель

Ф. Рәхимғолова – тәү сиратта балалар яҙыусыһы. Бер аҡыл эйәһе, балалар яҙыусыһы булыр өсөн икеләтә талантлы булыу кәрәк, тигән. Хаҡ һүҙҙәр. Балаларға шиғыр, әкиәттәр яҙыу өсөн уларҙың психологияһын, рухи донъяһын, уй кисерештәрен яҡшы белергә кәрәк. Был ғына етмәй, яҙыусының үҙенең дә эскерһеҙ, бала күңелле булыуы шарт. Шунһыҙ бала йөрәгенә ятырҙай, тиҙ отоп алырҙай әҫәрҙәр ижад итеп булмай. Бындай талант һәр бер яҙыусыға бирелмәй.

Биография. Нажми на стрелку.

  • Фәүзиә Абдулла ҡыҙы Рәхимғолова 1921 йылдың 15 декабрендә Башҡортостандың Маҡар (хәҙерге Ишембай) районы Йәнырыҫ ауылында тыуа. Тәүҙә Йәнырыҫ башланғыс мәктәбендә, унан яңы асылған интернаттауҡый, алтынсы кластан һуң Сәтрлетамаҡ ҡалаһындағы пионервожатыйҙар курсына ебәрелә, һуңынан Өфө педагогия рабфағына уҡырға инә. Рабфакты тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыуын дауам итә. Ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсеп, Өфөләге моторҙар эшләү заводына эшкә инә.

Һуғыштан һуң Маҡар районының мәғариф бүлегендә инспектор, һуңынан Ишәй ете йыллыҡ мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һәм уҡыу-уҡытыу эштәре мөдире булып эшләй. Ситтән тороп пединститутты тамамлай. 1952 йылда уның балалар өсөн яҙылған тәүге “Яҡын дуҫ” тигән китабы донъя күрә.

Өфөлә байтаҡ йылдар “Пионер” журналында бүлек мөдире вазифаһын башҡара. 1965-1967 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡый. 1968-1971 йылдарҙа “Башҡортостан ҡыҙы” журналында эшләй.

Фәүзиә Рәхимғолова 26 китаптың авторы. 1961 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.


Ике шиғырҙы ла атай-әсәйеңә уҡып күрһәт уҡы. Мәғәнәһен тәржемә ит.