Апрелдә беренсе яҙ ямғыры-ләйсән яуып үтә. Ҡоштарҙың йылы яҡтан ҡайтыуы ай буйына тиерлек дауам итә. Тәүге көндәрҙә сыйырсыҡ һәм һабантурғайҙар килә. Халыҡта "Сыбар сыйырсыҡта алдан килһә, иген уңыр" тигән һынамыш йөрөй. Был айҙа йылғалар боҙҙан әрселә, ярҙарынан сығып таша. Ләкин яҙғы ташҡын осоро оҙаҡҡа һуҙылмай. Ул ун көн йәки шунан бер аҙға ғына дауам итә. Ҡор менән һуйыр күренә. Оҙон ҡыштан һуң үҫемлектәр уяна. Ҡарҙан әрселгән битләүҙәрҙә үгәй инә үләне. Яҙҙың беренсе сәскәләре күренеү менән, иңкеш һәм бал ҡорттары ояларынан осоп сыға. Көндән-көн бөжәктәр күбәйә, күбәләктәр терелә. Был айҙа бар тереклек уяна.