3 урок
Ф. Рәхимғолова. Еңеү көнө. Муса Гәрәев.
Хәйерле иртә! Бөгөн Фәүзиә Рәхимғолованың "Еңеү көнө" шиғыры менән танышырбыҙ. Сегодня прочитаем стихотворение "День Победы" Ф.Рахимгуловой и прочитаем текст об отважном летчике М. Гарееве.
Поэтесса раскрывает мир в его ярких многообразных красках. При этом ее художественный арсенал широк: многозначность слова, иносказание, образные сравнения, новеллические приемы, неожиданные повороты событий, поэтика сказок, загадок, волшебные превращения. Юное поколение познает окружающий мир, смысл жизни, красоту родной земли через разнообразные поэтические формы и образы.
Биография. Нажми на стрелку
Фәүзиә Абдулла ҡыҙы Рәхимғолова 1921 йылдың 15 декабрендә Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Йәнырыҫ ауылында тыуған.
Йәшләй етем ҡалған Фәүзиә интернатта тәрбиләнә. 1935 йылда Өфө педагогия техникумына уҡырға инә. 1938 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый башлай.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, моторҙар эшләү заводына эшкә бара. Һуғыштан һуң 7 йыл уҡыта, завуч булып эшләй, 2 йыл балалар китапханаһында, бер нисә йыл «Пионер» журналында бүлек мөдире була.
Артабан республика культура-ағартыу методик кабинетында методист, мәктәптә уҡытыусы, мәғариф бүлегендә инспектор була.
1953-54 йылдарҙа «Пионер» (хәҙерге «Аманат» журналындында хеҙмәт һала.
1965—1968 йылдарҙа Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзының Юғары әҙәби курстарында уҡый.
1968 йылда Кәтибә Кинйәбулатова, Рәми Ғарипов һәм Әнисә Таһирова менән берлектә Фәүзиә Рәхимғолова «Башҡортостан ҡыҙы» журналын сығара башлауҙа туранан-тура ҡатнаша һәм баҫмала 1971 йылға тиклем эшләй.
1982 йылда Фәүзиә Рәхимғоловаға «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә[1].
Әҙип 1996 йылдың 21 октябрендә Өфөлә вафат була, тыуған ауылында ерләнгән.