Урман-кислород фабрикаһы. Уның һәр гектары бер йыл эсендә ике тонна самаһы углеродты йотоп, ун миллиард кубометрҙан артыҡ һауаны кислород менән байыта. Ғалимдарҙың иҫәпләүенә ҡарағанда, бер гектар майҙандағы шыршы йл һайын -32, нарат-36, имән-56, бук ағастары 63 тонна туҙанды тотҡарлай. Шуға күрә урман һауаһы таҙа. Унда туҙан юҡ тип әйтерлек. Ә бына баҫыу һауаһының бер кубометрында 25 грамға тиклем туҙан була.