1 урок

09.04. Сафуан Әлибай. Дуҫтарым.

  1. Хәйерле көн. Дәресте башлайбыз. Доброе утро! Начинаем урок.

Сегодня прочитаем стихотворение Сафуана Әлибая. Дуҫтарым.

2.Шағир тураһында. Немного о поэте.

Сафуан Алибай (башк. Сафуан Әлибай — псевдоним; настоящие фамилия, имя, отчество — Сафуа́н Афта́хович Алиба́ев, башк. Сафуан Әфтах улы Әлибай; 21 февраля 1941, Терменево Салаватский район6 июля 2014) — башкирский поэт, детский писатель, журналист.


За книгу для детей «Волшебный шар» (1994) С. Алибаев в 1996 году был удостоен международного Почётного диплома ЮНЕСКО имени Ханса Кристиана Андерсена.

На стихи С. Алибаева написано немало песен

3.Яңы һүҙҙәр. Новые слова.

яңылыҡ-новость

илтә-ведет

һарай-дворец

серле-таинственный

яңғыҙ ҡалдырмаҫ-не оставит одного

4.Шиғыр. Дуҫтарым. Сафуан Әлибаев.

Минең шундай дуҫтарым бар,

Дуҫтарым төрлө-төрлө,

Һәр береһе - ҙур яңылыҡ,

Һәр береһе - мең серле.


Мин ҡайҙа ғына барһам да,

Улар ҡаршыма сығыр,

Береһе әкиәт һөйләр,

Береһе һөйләр шиғыр.


Уларҙың бар эш-һөнәргә,

Уйнарға өйрәткәне.

Киләсәккә илтә улар,

Һөйләп бирә үткәнде.


Улар менән көтмәгәндә

Әйләнәм мин юлсыға:

Бүлмәлә ултырған көйө,

Донъяны урап сығам.



Береһе - һандар һарайы,

Сисәм сер-хисаптарын ...

Мине һис яңғыҙ ҡалдырмаҫ

Дуҫтарым - китаптарым.

4.Һорауҙарға яуап бир. Ответь на опросы.

Шиғырҙа автор ниндәй дуҫтар тураһында һөйләй?

Ә һеҙҙең шундай дуҫтарығыҙ бармы?

5.Өй эше.

Яратҡан китабың тураһында һөйләм төҙө. Напиши предложение о своей любимой книге.