Бына, көтә торғас, көндәр ҙә йылына башланы. Ҡарҙар иреп, һыуҙар ташты. Ҡайынға ла йән инде. Тамырҙан күтәрелгән татлы һуттан һәр бөрөһө хәрәкәткә килде. Ҡайын бер кемдән дә бөрөһөн йәлләмәне: улар бик файҙалы бит. Көндәр үтә торҙо. Ҡайын аҡ зифа буйлы, йәшел күлдәкле күркәм ағасҡа әйләнде.