Төҫлө япраҡтар.
Көҙгө һуҡмаҡ буйлап терпе килә. Аяҡ аҫтында япраҡтар ҡыштырлай. Урман тыныс.
Уҫаҡ эргәһенән үтешләй терпе туҡтап ҡалды. Уның күҙе ерҙәге япраҡтарға төштө. Ҡып-ҡыҙыл, һап-һары булып, балҡып ята түңәрәк кенә япраҡтар. «Ҡыҙыма алып ҡайтайым әле мин уларҙы, туйғансы уйнар », -тип уйланы терпе һәм энәһенә бер нисә япраҡты сәнсеп тә алды. Аҡ ҡайын япраҡтарын да энәләренә ҡаҙаны.
Күрһәгеҙ ине терпене! Төҫлө япраҡтарға күмелеп ҡайтып килә. Ҡыҙылы ла, йәшеле лә., көрәне лә, һарыһы ла бар.