23.04

Һөйләм аҙағында тыныш билдәләре.

Дөрөҫ әйт:

Гәрәбә-янтарь, гәлсәр-хрусталь, гәүһәр-бриллиант, ынйы-жемчуг, фәйрүзә-бирюза, ҡыҙыл яҡут-рубин, зәңгәр яҡут-сапфир, зөбәржәт-изумруд, аҡыҡ-агат, аҡыҡ-агат.

Аҫылташтар. Самоцветы.

Тесты уҡы. Тыныш билдәләренең ҡуйылышына иғтибар ит.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәнең әйберҙәре күп һәм төрлө булған. Йөҙөк, балдаҡ, беләҙек бармаҡтарға, беләккә кейҙерелгән. Муйынсаҡ, алҡа, сулпы муйынға, ҡолаҡҡа, сәскә тағылған.

Биҙәүестәрҙе көмөштән, алтындан да яһағандар. Фирүзә, аҡыҡ таштарын ҡушып эшләгән оҫталар булған. Кавказ, Урта Азиянан сауҙагәрҙәр алып ҡайтҡан биҙәүестәрҙе лә яратып таҡҡандар.

Алҡа тағыуҙың тәртибе бар. Төрлө кешегә төрлө алҡа килешә. Биттең формаһы ла алҡа ярҙамында үҙгәрә ала- оҙон алҡалар йөҙҙө оҙонораҡ итеп күрһәтә, ҡыҫҡалар иһә-киңәйтеп күрһәтә.

Алҡалар -матурлыҡ символы ғына түгел. Алҡа ҡатын-ҡыҙҙы яуыз көстәрҙән, яман күҙҙән һаҡлай тигән ышаныс йәшәгән халыҡта.

Тексты өлөштәргә бүлеп, һөйләп ҡара. Раздели текст на части, попробуй пересказать.

Өй эше.

Күсереп яҙ, тәржемә ит. Перепиши, переведи:

Алҡа, балдаҡ, йөҙөк, беләҙек, мәрйен, биҙәүес, сауҙагәр, Урта Азия, яуыз көс, яман күҙ.