1 урок

07.04.Е.Кучеровтан. Яҙғы һыуҙар .


  1. Хәйерле көн!

Етенсе апрель.

Класс эше.

2.Ребус.

Һүрәттәрҙе ҡара, бында ребус бирелгән. Ниндәй һүҙҙәр йәшеренгән?

(Рассмотри рисунки-ребусы, какие слова спрятались? )

Дөрөҫ, МАРТ,ВЕСНА, МАЙ һәм ПОДСНЕЖНИК).

(, МАРТ,ВЕСНА, МАЙ и ПОДСНЕЖНИК).

Башҡортса уларҙың тәржемәһе: март, яҙ, май, умырзая.

Улар ЯҘ темаһына ҡарай.


3. Яҙ тураһында видео ҡара.

Яҙ билдәләрен ата. Посмотри видео "Весна". Назови приметы весны.

4. Тексты уҡы. Евгений Кучеров. Яҙғы һыуҙар.

Прочитай текст с переводом.

1.Апрель ҡояшы ҡарҙы йылдам иретә.

2. Сылтырап гөрләүектәр аға.

3.Улар, бер-береһе менән ҡушылып, шашып аҡҡан ташҡындарға әйләнә.

4.Халыҡ араһында шундай әйтем йөрөй: апрель башында һауа етегә төрләнә: ҡары ла яуа, ҡояшы ла ҡыҙҙыра, ямғыры ла яуып китә.

5. Апрелдә ҡар иреп бөтә, йылы яҡтан ҡоштар ҡайта

6. Ай башында беҙгә сыйырсыҡтар ҡайтып етә.

7. Йылғалар боҙҙан арына, һыуҙар таша.

8. Йылғаларҙа боҙ киткәс, балыҡтар ыуылдырыҡ сәсә башлай.

9. Апрелдә урмандарҙа, тау битләүҙәрендә ҡорҙар һәм һуйырҙар уйнай.

10. Ауыл эшсәндәре, баҡсасылар өсөн апрель— ҡыҙыу осор.

11. Яҙғы баҫыу эштәре башлана.



· Апрельское солнце растапливает снег.

· Журчат ручейки.

· Они объединившись, превращаются в бурлящую воду.

· В народе говорят: в апреле семь перемен: и снег идет, и солнце печет, и дождик льет.

· В апреле остатки снега тают, с юга прилетают птицы.

· В начале месяца прилетают скворцы.

· Реки освобождаются от льда, половодье.

· После ледохода, рыбы начинают метать икру.

· В апреле в лесах, на подножьях гор играют тетерева и глухари.

· Для сельских тружеников и садоводов апрель- горячая пора.·

· Начинаются весенние посевные работы



5. Өй эше. Домашняя работа.

Выпиши из башкирского текста переводы слов:

СОЛНЦЕ, СНЕГ, НАРОД, ПТИЦА, СКВОРЦЫ, РЕКА, ЛЁД, ДОЖДЬ, МЕСЯЦ, РЫБЫ.