Һаумыһығыҙ!
Бөгөнгө дәрестә Талха Ғинийәтуллиндың "Әсә һәм бала" әҫәре менән танышабыҙ.
Әсәйҙәр тураһында мәҡәлдәрҙе уҡығыҙ, хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ (Прочитайте пословицы о матери и запоминайте):
Ожмах әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында. (ожмах - рай)
Әсә күңеле - балала, бала күңеле - далала. (дала - степь, күңел - душа)
Бала шатлығы - әсә шатлығы. (шатлыҡ - радость)
"Әсә һәм бала" әҫәренә анализ.
Әҫәрҙең жанры - хикәйә. Хикәйәгә хас үҙенсәлектәр: 1) Әҫәр күләме яғынан ҙур түгел; 2) Бер ваҡиғаға ҡоролған; 3) Хикәйә үҙәгендә ике персонаж тора.
Хикәйәнең геройҙары: Сафия (әсә), улы, ир, ҡатын. (Главные герои рассказа: Сафия (мать), ее сын, женщина и мужчина).
Һүрәтләнгән осор: һуғыш йылдары (годы войны), һуғыштан һуңғы йылдар (послевоенные годы).
Хикәйә Сафияның үлем хәбәре менән башланып китә. Ул берҙән-бер улын көтә, ләкин көтөп ала алмай. Улы ҡайтмай. Уны ауылдаштары ерләй. Күршеһе Шәйхеслам Сафия апайҙың улына телеграмма ебәрә, әбейҙең кәүҙәһен ике көн ерләмәй ятҡыралар, әммә улы ҡайтмай.
Ә бит уның улы булмаҫҡа ла мөмкин ине, ти автор, һәм Сафияның улын юғалта яҙған ваҡиғаларҙы һүрәтләй.
Сафия апайҙың ире Ғәзиз ағай һуғыштан яраланып ҡайта, үпкәһенә пуля ярсығы инеп ултырған. Уларҙың улдары тыуа. Малайға биш ай булғас, Ғәзиз ағайҙы Өфө ҡалаһына больницаға һалалар, туберкулез сире уның үпкәләрен бөтөрә. Сафия апай ирен барып күрергә була һәм кескәй балаһы менән юлға сыға. Ул бер ваҡытта ла алыҫ юлға йөрөгәне юҡ, район үҙәгенән ары киткәне юҡ. Күп ғазаптар менән вокзалға барып етә. Уға поезға билет һатып алырға, ултырырға ярҙам итәләр. Сафия апай үҙенең вагонына инеп ултыра,поезд ҡуҙғала. Юлда ул улын юғалта яҙа. Хикәйәнән ошо эпизодты табып уҡығыҙ.
Сафия апай, тол (вдова) ҡалғас, улын үҙе генә үҫтерә, ғүмере буйы уны тағы ла юғалтыуҙан ҡурҡа. Улы үҫә, армия сафында хеҙмәт итеп ҡайта, алыҫҡа эшкә китә. Әсәһен күрергә 5-7 йылға бер генә ҡайтып китә. Унда ла эсә, иптәштәре менән осраша, маҡтана. Улы эсергә ярата, ялҡау, әсәһен яратмай, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен белмәй үҫкән.
әсәһен онотҡан, хәлен дә белешмәй (175-се бит), уға ярҙам итмәй (177-се бит). Балалары туған телен белмәй, өләсәләрен танымай, аңламай. Улы Сафия апайҙы ейәндәренән мәхрүм иткән (184-се бит). Ҡайтҡан саҡтарында буш ҡул менән ҡайта, аҡсаһын әсәһенә бирмәй, әрәм-шәрәм итеп бөтөрә (176-сы бит). Кире юлға әсәһенең аҡсаһын алып китә, әсәһен иҫке емерек өйҙә йәшәтә (177-се бит). Хатта ерләргә л ҡайтмай.
Эштәр. Һорауҙарға яуап яҙ һәм электрон почта аша ебәр:
Сафия апай ни өсөн юлға сыға?
Ғәзиз ағайҙы ҡайҙа больницаға һалалар?
Сафия апай юлға кем менән сыға?
Ни өсөн ҡатын менән ир Сафия апайҙың балаһын үҙҙәренә алырға теләй?
Сафия апай баланың үҙенеке икәнен иҫбатлай аламы?