Һаумыһығыҙ!
Бөгөнгө дәрестә йомғаҡлау контроль эше башҡарасаҡһығыҙ. Һүҙҙәрҙә хәрефтәр төшөп ҡалған. Тейешле хәрефтәрҙе ҡуйып, тексты күсереп яҙырға.
Тикшереү өсөн критерийҙар:
1) хатаһыҙ яҙыу;
2) матур яҙыу;
3) төшөп ҡалған хәрефтәрҙе дөрөҫ итеп ҡуйыу.
Текст өҫтөндә эш.
1) Тексты иғтибар менән уҡыу сығырға;
2) Хәрефтәре төшөп ҡалған һүҙҙәргә иғтибар итергә, ниндәй хәреф төшөп ҡалғанын билдәләргә;
3) Тексты яҙырға.
Күңелле ине ул саҡтар.
Әс...һе сәл..мәт саҡта, ҡайһылай күңе...е ине! Улар ял көнд...рендә Дим буйына сыға торғ...йн...лар. Ирт...нсәк тымыҡ ур...ндар буйлап, селәүсен тулт...рылған ҡалай б...нка тотҡ...н һәм, мылтыҡлы һ...лдат һым...ҡ, ҡарм...ҡ һаптарын иңбашына һ...лған Сәлих иң алдан бара; уның артынан б...ҙрә тотҡан әс...һе килә; ә иң ар....ан, йоҡоһо ас...лып етм...гән Рәшиҙәне елкәһенә атландырып, ат...һы атлай.
Өфө улт...рған тауҙан һоҡл...нғыс күренеш асыла: тау аҫт...нда Ағ...ҙел тын ғына ағып ята; уға һ...лынған тим...р к...пер аша, төт...нөн аҡ ш....рфтай елберҙәтеп, поезд сығ...п бара; күп...рҙән бер ни тиклек өҫтәрәк Ағ...ҙелгә тымыҡ Дим ҡушыла; ә й...лға ар(ъ/ь)яғында күҙ иңләмәҫ яландар һәм урмандар. Тиҙ...рәк шул урмандарға! Һәм Сәлих тау аҫтына й...гереп т...шөп китә.
Дим буйында улар балыҡ тоталар, т...мле балыҡ һурпаһы беш...рәләр, һыу керәләр, ҡо...шта ҡыҙыналар, туйғансы й...ҡлайҙар һәм кисен генә өйгә ҡайталар.
Ә хәҙер С...лих бер ҡ...йҙа ла сыға алм...й: ауырыу әс...һен, өс й...шлек һеңл...һе Рәшиҙәне ҡарар к...ше юҡ. (Х.Мохтар)
gdavletkulova@mail.ru электрон адресына ебәрергә.