Һаумыһығыҙ!
Башҡорт теле дәресен башлайбыҙ.
Дәрестең темаһы: "Ҡушма һөйләм" темаһын ҡабатлау. Һөйләм аҙағындағы тыныш билдәләре.
Ҡушма һөйләмдәрҙе ҡабатлау. Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ: ниндәй һөйләмдәр ҡушма һөйләм тип атала? (какие предложения называются сложными?)
"Ҡуш" ике тигән мәғәнәне аңлата. (Слово "ҡуш" означает "два"). Тимәк, ҡушма һөйләм составында кәмендә нисә һөйләм була?
Ҡушма һөйләмдәр ике төргә бүленә. Ниндәй төрҙәр? (Сложные предложения делятся на два вида. Какие?)
Теҙмә ҡушма һөйләм: Шаулап ҡар ирей, йылғалар таша. Йәмле яҙ етә, бар тәбиғәт ҡышҡы йоҡонан уяна.
Эйәртеүле ҡушма һөйләм: Шаулап ҡарҙар ирегәс, йылғалар таша. Йәмле яҙ етеү менән, бар тәбиғәт ҡышҡы йонан уяна.
Һөйләм аҙағындағы тыныш билдәләре. (Знаки препинания в конце предложения).
Нөктә - иң боронғо һәм киң таралған тыныш билдәһе. &33 уҡырға, нөктә, күп нөктә, һору билдәһе, өндәү билдәһе ҡуйылыу осраҡтарын анализларға.
Иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ: һөйләм аҙағында НӨКТӘ (.), КҮП НӨКТӘ (...), ҺОРАУ БИЛДӘҺЕ (?), ӨНДӘҮ БИЛДӘҺЕ (!) ҡуйыла.
Өйгә эш. Домашнее задание.
248-се күнегеү (163-сө бит)
1) Иғтибар менән һөйләмдәрҙе уҡып сығырға. (Внимательно прочитать предложения)
2) Тыныш билдәләрен ҡуйып, һөйләмдәрҙе күсереп яҙырға. (Переписать, вставляя пропущенные знаки препинания)
3) Эштәрҙе gdavletkulova@mail.ru адресына ебәрергә. (выполненные работы направить по электронному адресу gdavletkulova@mail.ru)
4) "Һөйләм аҙағындағы тыныш билдәләре" темаһы буйынса тикшереү эшенә (тест) әҙерләнергә. (Подготовиться к проверочной работе по теме "Знаки препинания в конце предложения)