Һаумыһығыҙ! Дәфтәрегеҙҙе асып, бөгөнгө датаны һәм теманы яҙығыҙ.
Телмәр үҫтереү. Текст өҫтөндә эш. Тексты уҡырға.
Айыу – төрлө аҙыҡ менән туҡланыусы йәнлек. Иттән тыш, бөжәктәр, еләк, имән сәтләүеге һәм башҡа үҫемлек аҙыҡтар ашай. Балыҡ тота. Балды бик ярата. Бал ашау өсөн ул ағас башына бик етеҙ менеп китә. Уның тырнаҡтары бик үткер. Ас айыу йорт хайуандарыны һөжүм итә.
Айыу шәп йүгерә һәм яҡшы йөҙә. Ул ныҡ көслө. Арыҫлан менән юлбарыҫҡа ҡарағанда ике тапҡыр ҙурыраҡ.
Көрән айыуҙар ҡуйы урман эсенә йәшәйҙәр. Ноябрь айында өңөнә инеп яталар. Улар шунда яҙға тиклем йоҡлайҙар.
Айыу өңөндә табанын имә, тиҙәр. Был дөрөҫ түгел. Ул табанын иммәй, ә уны өрөп йылыта, сөнки уның табанының иҫке, ҡаты тиреһе бик йоҡа була. (Н.Мусин)
Эштәр:
1) Тексҡа исем бирергә.
2) Цитаталы план төҙөргә.
3) Текста нисә һөйләм бар?
4) Һөйләмгә анализ яһарға (эйә, хәбәр, аныҡлаусы, тултырыусы, хәлдәрҙең аҫтына һыҙырға):
Ул табанын иммәй, ә уны өрөп йылыта, сөнки уның табанының иҫке, ҡаты тиреһе бик йоҡа була. (ябай/ҡушма, теҙмә ҡушма һөйләм / эйәртеүле ҡушма һөйләм)
Эштәрҙе gdavletkulova@mail.ru адресына ебәрергә.