Һаумыһығыҙ!
Дәфтәрегеҙҙе асып, бөгөнгө датаны, дәрестең темаһын яҙып ҡуйығыҙ.
Яңы тема өҫтөндә эш.
Өтөр ҙә - иң боронғо тыныш билдәләренең береһе. Ул һөйләм эсендә ҡулланыла (Запятая ставится внутри предложения). 164-се биттәге таблицала өтөр ҡуйылыу осраҡтары бирелгән. Уҡығыҙ.
Нөктәле өтөр - точка с запятой. Нөктәле өтөр ҡуйылыу осраҡтары 171-се биттәге таблицала бирелгән. Иғтибар менән уҡып сығығыҙ.
Телмәр үҫтереү. Һөнәре барҙың ҡәҙере бар.
Уҡыусылар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, әгәр һөт заводтары һөт етештереүҙе өс тапҡыр арттырһа һәм бөтә магазиндар һөт, ҡаймаҡ, йогурт менән тулһа нимә булыр ине?( Быларҙы һатыуы бик ауыр булыр ине, улар боҙолор ине. Тимәк, кемдеңдер хеҙмәте әрәм була, аҡса, төшөм (прибыль) юғала)
Шулай уҡ хеҙмәт баҙарында ла, әгәр ниндәйҙер белгестәрҙе күпләп әҙерләһәләр, улар эш таба алмаясаҡтар, һәм эшһеҙлек барлыҡҡа киләсәк. Ваҡыты-ваҡыты менән ҡайһы бер һөнәрҙәр бик кәрәкле булһа, ҡайһылары бөтөнләй кәрәкмәй башлай. Был заманға бәйле. Ваҡыт, фәнни-техник прогресс үҙгәреү менән теге йәки был һөнәр онотола бара, яңылары өҫтәлә. Түбәндәгесә төркөмдәр барлыҡҡа килә:
1-се төркөм “Иң модалы һөнәрҙәр” (Самые модные)
2-се төркөм “ Һәр саҡ кәрәкле һөнәрҙәр” (Всегда нужные)
3-cө төркөм “Иң онотолған һөнәрҙәр” (Самые забытые)
4-се төркөм “Иң ҡыйыу һөнәрҙәр” (Самые смелые)
Эштәр (Задания):
1) Өлгө буйынса дауам итергә (Продолжить по образецу):
“Иң модалы һөнәрҙәр”: менеджер, веб-дизайнер, …
“ Һәр саҡ кәрәкле һөнәрҙәр”: табип, уҡытыусы, …
“Иң онотолған һөнәрҙәр”: ат ҡараусы, …
“Иң ҡыйыу һөнәрҙәр”: пожарник, шахтер, …
2) Хеҙмәт тураһында өс мәҡәл яҙырға. Написать три пословицы о труде (на башкирском языке). Выполненные задания направить по электронному адресу: gdavletkulova@mail.ru