Һаумыһығыҙ!
Дәфтәрегеҙҙе асып, бөгөнгө датаны, дәрестең темаһын яҙып ҡуйығыҙ.
Үтелгәнде ҡабатлау.
Түбәндә бирелгән тыныш билдәләрен өлгө ике төркөмгә бүлеп дәфтәрегеҙә яҙырға: (Внизу даны знаки препинания. Написать по образцу, разделив на две группы):
Өтөр(,), нөктәле өтөр (;), нөктә (.), һорау билдәһе (?), өндәү дилдәһе (!), күп нөктә (...).
Өлгө: (Образец):
1) Һөйләм аҙағында ҡуйыла: нөктә, ...
2) Һөйләм уртаһында ҡуйыла: өтөр, ...
Яңы тема өҫтөндә эш.
Ике нөктә (двоеточие) - һөйләм уртаһында ҡуйылыусы тыныш билдәһе. Ул түбәндәге осраҡтарҙа ҡуйыла: (Двоеточие ставится в следующих случаях):
Дөйөмләштереүсе һүҙ тиң киҫәктәрҙән алда килгән осраҡта, ике нөктә дөйөмләштереүсе һүҙҙән һуң ҡуйыла. Мәҫәлән: Әсәйем магазиндан беҙгә күп уҡыу әсбаптары: китаптар, дәфтәрҙәр, Дөйөмләштереүсе ҡәләм, ручка, төҫлө ҡәләмдәр һатып алды.
Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙә. Мәҫәлән: Ашыҡмай ғына яҙ етә: ағастарҙа бөрөләр асыла, йылғаларҙа боҙ китә.
Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙә. Мәҫәлән: Шуныһы билдәле: дистанцион уҡыуҙа уңыш һинең тырышлығыңа бәйле.
Тура телмәрле һөйләмдәрҙә. Мәҫәлән: Уҡытыусы: "Өй эштәрен ваҡытында билдәләнгән электрон адресҡа ебәрегеҙ", - тине.
Ике нөктә ҡуйылыу осраҡтары тураһында ентекле мәғлүмәт дәреслектең 177-178-се биттәрендәге таблицала бирелгән. Уҡып сығығыҙ.
Нығытыу өсөн күнегеүҙәр. Тыныш билдәләрен ҡуйып, һөйләмдәрҙе дәфтәрегеҙгә яҙырға.
1) Шундай теләгем бар йыл һайын бер халыҡ йырын өйрәнәсәкмен. 2) Һиңә кәңәшем шул тыуған ереңде яҡла һәм һаҡла. 3) Әсмәбикә апай йылмая ла Йә, музыка оҡшаймы һиңә тип һорай. 4) Баҡсала төрлө сәскәләр астралар, ҡәнәферҙәр, ҡыңғырау сәскәләре, ромашкалар үҫә.
Класс эшен (п.2, п.4) фотоға төшөрөп, gdavletkulova@mail.ru электрон адресына ебәрергә.