Һаумыһығыҙ. Бөгөнгө дәрестә Х.Назар ижады менән танышабыҙ һәм йомғаҡлау контроль эшен башҡарасаҡһығыҙ. Сегодня вы узнаете о творчестве Х.Назара и выполните итоговую контрольную работу.
Х.Назар ижады менән танышыу.
Хәсән Назар 1942 йылдың 15 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Ейәнсура районы Таулыҡай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ҡужанаҡ ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, колхозда малсы булып, көтөү көтә. Бөрө ҡалаһында кооператив училищеһын тамамлай, район ҡулланыусылар йәмғиәтендә эшләй. Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Бөрйән районының Таң гәзитендә эшләп ала, баҫманың бүлек мөдире була. 1967 йылда Өфөгә күсә. Ул башта «Ленинсы» (1990 йылдан «Йәшлек») гәзитендә эшләй, бер аҙҙан «Ағиҙел» журналы редакцияһына күсә. Ә 1971 йылдан «Совет Башҡортостаны» (хәҙер «Башҡортостан») гәзитендә хеҙмәткәр, 1974—1977 йылдарҙа БАССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радиотапшырыуҙары комитетында редактор була. 1975 йылда ситтән тороп СССР Яҙыусылар союзының Мәскәүҙәге А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай. 1987 йылдан «Башҡортостан пионеры» (хәҙер «Йәншишмә») гәзите редакцияһында бүлек мөдире, 1990—1992 йылдарҙа «Йәшлек» гәзитенең яуаплы секретары, 1994—1995 йылдарҙа редактор урынбаҫары була. 1995—2001 йылдарҙа «Ағиҙел» журналының шиғриәт һәм сәнғәт бүлеген етәкләй, аҙаҡтан 2007 йылға тиклем «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегендә эшләй.
Х.Назарҙың "Аҡҡа табыныу" әҫәрен уҡығыҙ.
Йомғаҡлау контроль эше. Яуаптарҙы минең электрон адресыма ебәрергә.
1) "Кинйә" романының авторы кем? (Кто автор романа "Кинйә"?)
2) Шафиҡ Әминев - Тамъяниҙың ниндәй әҫәрҙәре менән таныштыҡ? (Какие произведения Шафика Әминева-Тамъяни вы читали?)
3) "Ил тигәндең кеме юҡ" әҫәренең жанрын билдәләргә (определить жанр данного произведения)
а) шиғыр б) хикәйә в) ҡобайыр г) роман
а) стихотворение б) рассказ в) кубаир г) роман
4) Р.Солтангәрәевтың "Осто бөркөт" әҫәрендә кем тураһында һүҙ бара? (О ком говороится в этом произведении?)
а) Шайморатов генерал б) Муса Мортазин в) Кинйә Арыҫланов г) Салауат Юлаев
5) Ғ.Хөсәйеновтың "Эйәрләнгән ат" әҫәре ниндәй дата тураһында тарихи фараз? (О какой дате это историческое предположение)
6) "Мәтрүшкә еҫе" әҫәренең авторы кем? (Кто автор произведения)
7) "Эйәрләнгән ат" әҫәрендә С.Юлавты, уның атаһы Юлай Аҙналинды, Ҡәнзәфәр Усаевты ҡайҙа мәңгелеккә һөргөнгө ебәрәләр?
8) Рәми Ғариповтың "Уйҙарым" әҫәренең жанрын билдәләргә (определить жанр произведения)
а) повесть б) ҡобайыр в) йомаҡ г) әйтеш
9) М.Кәримдең "Үлмәҫбай" поэмаһында ҡайһы осор һүрәтләнә? (Какое время описывается в данном произведении?)
а) Бөйөк Ватан һуғышы б) граждандар һуғышы в) тыныс тормош
10) Я.Хамматовтың "Төньяҡ амурҙары" романында һүрәтләнгән төньяҡ амурҙары кемдәр? (Кто они "северные амуры", о которых говорится в произведении Я.Хамматова "Төньяҡ амурҙары"))
а) рустар б) украиндар в) башҡорттар г) ябай кешеләр (простые люди)