Һаумыһығыҙ!
Дәфтәрегеҙгә бөгөнгө датаны һәм теманы яҙып ҡуйығыҙ.
Яңы тема өҫтөндә эш.
Һыҙыҡ (тире) - һөйләм эсендә ҡуйылыусы тыныш билдәһе. Ул эйә менән хәбәр араһында, ҡушма һөйләм составындағы ябай һөйләмдәр араһында, диалогтарҙа, тура телмәрле һөйләмдәрҙә, тиң киҫәктәр менән дөйөмләштереүсе һүҙ араһында ҡуйыла. Һәр осраҡ 173-176-сы биттәрҙәге таблицала ентекле ҡаралған. Уҡып сығығыҙ.
Нығытыу өсөн күнегеү. Тыныш билдәләрен ҡуйып, һөйләмдәрҙе дәфтәргә яҙырға.
1) Әгәр беҙ берҙәм йәшәйбеҙ икән тимәк киләсәк беҙҙең ҡулда. 2) Китапхана байлығы ул бөртөкләп йыйылған алтын. 3) Ерҙе ҡаплаған үләндәр һәм сәскәләр күккә һуҙылған төҙ ҡарағайҙар сибәр аҡ ҡайындар бал еҫле иркә йомшаҡ йүкәләр сәскәгә бөрөләнгән муйылдар бөтәһе лә яҙҙың ғәжәп матурлығы, йәшәү дәрте пенән ирәйеп ултыралар. 4) Китап белем шишмәһе. Ишек шаҡынылар инеүсе булманы.
Һөйләмгә синтаксик анализ. Бирелгән һөйләмгә синтаксик анализ яһарға. (Сделать синтаксический анализ данного предложения)
Тыуған ил тыуып үҫкән ерҙән башлана.
Өйгә эш. 3-4 пукнттарҙа бирелгән эштәрҙе башҡарып, электрон почтаға ебәрергә: gdavletkulova@mail.ru