Һаумыһығыҙ! Бөгөнгө датаны һәм дәрестең темаһын яҙып ҡуйығыҙ.
Текст өҫтөндә эш.
1) һүҙлек эше (яҙма эш, письменная работа)
Башҡортсса-русса һүҙлек ҡулланып, түбәндәге һүҙҙәрҙең тәржемәһен яҙырға:
ярһыу
өнһөҙ
нахаҡ һүҙ
тоҙаҡ
йоҙаҡ
ҡолаҡ
2) Р.Бикбаев тураһында мәғлүмәтте иғтибар менән уҡығыҙ, хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ. (Информацию о Р.Бикбаеве внимательно прочитать и запомнить)
Тыуған көнө: 12 декабрь 1938
Тыуған урыны: Ырымбур өлкәһенең Покровский районы (хәҙерге Переволоцк районы) Үрге Ҡунаҡбай ауылы
Вафат булған көнө: 23 апрель 2019 (80 йәш)
Рауил Төхвәт улы Бикбаев - шағир, әҙәбиәт белгесе, йәмәғәт эшмәкәре, филология фәндәре докторы (1996), профессор. Башҡортостандың халыҡ шағиры (1993), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2003).
Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1989) һәм республика комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы (1970), шулай уҡ Рәми Ғарипов (1992) һәм З. Биишева (2003) исемендәге премиялар лауреаты. Почёт (2009), Дуҫлыҡ (2000), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2008) һәм Салауат Юлаев (2003) ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1999).
3) Шиғырҙы тасуири уҡырға
Ярһыуҙан һиҙмәй ҙә ҡалдым -
Телемдән осто бер һүҙ.
Инде тел әсетеп тора,
Инде мин бөгөн өнһөҙ.
Ҡолағымды шул нахаҡ һүҙ
Томалап торҙо оҙаҡ.
Инде ни әйтер булһам да,
Теркәйем һүҙгә тоҙаҡ,
Теркәйем һүҙгә йоҙаҡ.
4) Һорауҙарға яуап яҙырға(Написать ответы на вопросы)- яҙма эш (письменная работа)
Текста бөтәһе нисә һөйләм? (Сколько предложений в тексте?)
Нисә ҡушма һөйләм? (сколько сложных предложений)
3-сө һөйләмгә синтаксик анализ яһарға (эйә, хәбәр, аныҡлаусы, тултырысы, хәлдең аҫтына һыҙырға) - синтаксический анализ 3 препл.
Яҙма эштәрҙе электрон почтаға ебәрергә: gdavletkulova@mail.ru
(1938 - 2019)
Башҡортостандың халыҡ шағиры (1993)