Һаумыһығыҙ!
Дәфтәрегеҙҙе асып, бөгөнгө датаны һәм теманы яҙып ҡуйығыҙ.
Һүҙ төркөмдәрен ҡабатлау.
Һүҙ төркөмдәре - части речи.
Башҡорт телендә нисә һүҙ төркөмө бар? (Сколько частей речи в башкирском языке?) Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ һәм түбәндәге таблицаны тултырығыҙ (Заполнить таблицу и направить на мой электронный адрес) һәм минең электрон почтаға ебәрегеҙ.
Һүҙ төркөмдәре Һорауҙары
1) исем ....
2) .... ниндәй?
3) ҡылым ....
4) ... ҡасан? ҡайҙа? нисек?
5) .... үҙенең генә һорауы юҡ
6) .... нисә? нисәнсе? күпме?
Хәҙерге башҡорт телендә һүҙҙәр 5 класҡа бүленә:
үҙ аллы һүҙ төркөмдәре (исем, сифат, алмаш, һан, ҡылым, рәүеш), улар контекста һәм һөйләмдән тыш ниндәй ҙә булһа мәғәнәгә эйә һәм һөйләм киҫәктәренең синтаксик функцияларын башҡара;
ярҙамсы һүҙ төркөмдәре (теркәүес, бәйләүес, киҫәксә), улар грамматик мөнәсәбәттәрҙе сағылдыра һәм һөйләмдә йәки һөйләмдең өлөштәрендә һүҙҙәрҙе бәйләү өсөн ҡулланыла;
оҡшатыу һүҙҙәре.
Практик эш. Һүҙҙәрҙең ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарағанын билдәләргә һәм өлгө буйынса яҙырға (Определить к какой части речи относятся слова. Написать по образцу и направить на мой электронный адрес).
Өлгө (образец): өҫтәл - исем (нимә?), малай - исем (кем?)
Ағас, төшөрә, йылы, ҡояшлы, иртә, бөгөн, атланы, байрам, ҡотлайҙар, мин, һауа, улар, тауҙар, кисә, матур, шул.