Тема: Яҙма телмәр. Инша. Изложение.
1. Дәфтәрегеҙҙе асып бөгөнгө числоны яҙып ҡуйығыҙ.
Етенсе апрель.
Класс эше.
2. Матур яҙыу минуты.
Башҡорт телендә матур ,таҙа һөйләшер өсөн телебеҙҙе шымартып алайыҡ.
Тиҙәйткес бирелгән,иғтибар менән уҡығыҙ. (Прочитай скороговорку).
Батырҙың эше лә батыр,һүҙе лә батыр ,үҙе лә батыр,йөҙө лә матур.
(Напиши в тетради).
Ә хәҙер ошо тиҙәйткесте дәфтәрҙәребеҙгә яҙып ҡуяйыҡ.
3. Яңы тема өҫөндә эш.
- Дәрестең темаһын асыҡлар өсөн 74-се биттәге 1-се күнегеүҙе уҡығыҙ. (Прочитай, о чем разговаривают? Какие виды речи ты знаешь?)
Ниндәй тема? Яҙма телмәр. Инша. Изложение.
(Тема нашего урока " Письменная речь. Сочинение. Изложение.")
Ниндәй һөйләү телмәре ҡулланылған. (диалог)
Диалог икәне ҡайҙан белдегеҙ? (атай менән ҡыҙ аралаша) (Что такое диалог?)
Тимәк,нимә ул диалог? Иҫкә төшөрәйек .(диалог- ике йәки бер нисә кешенең һөйләшеүе)
- Бикә ни эшләп уйға ҡалды? (Почему Бика задумалась? О чем спросил папа?)
- Ә һеҙ нисек яуап бирерһегеҙ был һорауға?
- -Нимә ул инша? Изложение? (Что такое сочинение? Изложение?)
4. Ял минуты.(Физминутка)- выполни движения.
◾Минең тыуған еремдә
◾Шулай бөгөлә талдар,
◾Шундай бейек тауҙар,
◾Шулай ҡағына ҡаҙҙар,
◾Шулай бейеп алалар,
◾Шулай ырғый балыҡтар,
◾Шунан шым ғына ултырып,
◾Тағын белем алалар,
◾Уҡыйҙар һәм яҙалар.
5. Теманы нығытыу. (Закрепление )
3-сө күнегеү,76-сы бит. (Прочитай, 2 абзац спиши в тетрадь, проверь по учебнику)
6. Өйгә эш:
77-се биттәге 4-се күнегеү (Списать красивым почерком).