Еңеү - ун һигеҙҙәрҙә!
26-сы ғинуар "Башҡортостан баш ҡалаһының мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы" ҡала һөнәри конкурсының ябыу тантанаһы үтте. Ҡонкурс барышында һынауҙарҙы лайыҡлы үткән, үҙен юғары белемле тәрбиәсе, төрлө яҡтан дә үҫешкән шәхес итеп танытҡан Әлиә Риза ҡыҙы конкурстың еңеүсеһе тип билдәләнде!
Әлиә Риза ҡыҙына, артабанғы эшендә уңыштар, республика этабында ла уңышлы сығыш яһауын теләйбеҙ!
Ҡул эштәре оҫталары
Бөгөн балалар баҡсаһы тәрбиәселәре бергәләп милли биҙәүес – сәсүрместәр эшләнеләр. Әлиә Риза ҡыҙы етәкселегендә үткән оҫталыҡ дәресе барышында, тәрбиәселәр башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәре тураһында белемдәрен киңәйттеләр, ҡул эшен дә ҙур теләк менән башҡарҙылар. Балалар баҡсаһында эшләп килгән “Әхирәттәр” бейеү коллективындә шөғөлләнеүсе ҡыҙҙарыбыҙ хәҙер сәсүрмесле булдылар! Сығыштары тағы ла сағыуыраҡ, матурыраҡ булһын бәләкәстәрҙең!
Төркөм майҙансығында балалар өсөн ҡарлы-боҙло ҡаласыҡ барлыҡҡа килде- барыһы ла әүҙем, тырыш ата-әсәләр ярҙамында!
Шәмбе 20-се ғинуар көндө “Миләшкәй” төркөмө тәрбиәселәре Гүзәл Хәниф ҡыҙы һәм Әлиә Риза ҡыҙы етәкселегендә атайҙар һәм әсәйҙәр дәртле эш эшләнеләр. Балаларға физик әүҙемлек үҫтереүгә йүнәлтелгән төҙөлөштәр бик шәп килеп сыҡты!
17-се ғинуар ҡала конкурсының “Педагогик дебаттар” өсөнсө туры үтте
Финалға үткән тәрбиәселәр «Шоңҡар» йәштәр журналының баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов менән фекер алыштылар. Әңгәмә барышында конкурсанттар үҙҙәрен балаларҙы яратыусы, мәктәпкәсә белем биреү өлкәһенең яҡшы белгестәре, телһөйәр, илһөйәр шәхестәр итеп күрһәттеләр.
12-се ғинуар Өфө ҡалаһының 32-се балалар баҡсаһында ҡала конкурсының “Жюри ағзалары менән әңгәмәләшеү” этабы үтте
11-се ғинуар Өфө ҡалаһының 32-се балалар баҡсаһында ҡала конкурсының “Мастер-класс” этабы үтте
Әлиә Риза ҡыҙы ҡатнашыусыларҙы һәм жюри ағзаларын үҙенең “Халҡым ҡомартҡыһы” өҫтәл-баҫма һәм интерактив идиактик уйындар йыйынтығы менән таныштырҙы. Конкурсанттар фокус-группа ролендә уйындар менән танышты, уларҙың маҡсаты, балалар өсөн әһәмиәте тураһында белем алдылар. Декоратив-биҙәү ҡулланма сәнғәте, башҡорт мәҙәниәте өлгөләрен балаларҙы башҡорт теленә өйрәтеүҙә ниндәй формала файҙалыраҡ , ниндәй алымдар менән ҡулланыу уңышлы һәм һөҙөмтәле, тигән һорауҙарға яуап бирҙе Әлиә Риза ҡыҙы үҙенең сығышында.
Һылтанма буйынса дидактик уйындар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән танышырға мөмкин.
Милли йүнәлештә интерактив дидактик уйын эшләү (Smart Notebook һ.б. программаларында)
Хуш киләһең, Яңы йыл!
Шыршыбыҙ нурға күмелде,
Таратып тәмле еҫтәр.
Яңы йыл байрамы менән
Ҡотлайбыҙ һеҙҙе, дуҫтар!
21-се декабрь конкурс сиктәрендә Өфө ҡалаһының “40-сы башҡорт балалар баҡсаһы”нда Әлиә Риза ҡыҙы өлкәндәр төрөкөмө тәрбиәләнеүселәре менән асыҡ дәрес үткәрҙе
Ул балаларҙы башҡорт халыҡ әкиәте “Үгәй ҡыҙ Гөлбикә”гә таянып ижад ителгән мауыҡтырғыс дәрескә саҡырҙы. Балалар менән әкиәт илендә бергәләп төрлө һынауҙар үттеләр, Ҡыш бабайҙы осраттылар, ҙур теләк менән Ҡарһылыуға бүләккә башҡорт милли биҙәүес – түшелдерек эшләнеләр. Мисәт баҫыу техникаһы менән эшләнгән ҡул эштәре бик сағыу, матур, ипле килеп сыҡты. Балаларға айырыуса ҡар менән тәжрибә, милли музыка ҡоралы ҡумыҙ көйө оҡшаны. Дәрес бик фәһемле, ҡыҙыҡлы һәм мажаралы үтте. Балалар үҙҙәрен киң белемле, әүҙем, тәртипле итеп күрһәттеләр.
Ижади уңыштар ҡыуандыра!
Башкорт теле көнөнә арналған аҙналыҡ сиктәрендә тәрбиәләнеүселәр араһында башҡорт фольклорының кесе жанрҙары буйынса китапсыҡтар эшләү акцияһы иғлан ителде. Мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары был акцияға ихлас ҡушылды. Улар ата - әсәләре менән берлектә китапсыҡтар әҙерләгәндәр.Яратып уҡыған йомаҡтарын, мәҡәл-әйтемдәрен улар китапсыҡҡа тупланылар. Ҡала мөхитенда башҡорт телен балаларға өйрәтеүҙә уңышлы эш төрө - халыҡ ижадына, ауыҙ-тел ижады ынйыларына мөрәжәғәт итеү. Кескәйҙәр ҙур ихласлык менән фольклорҙың кесе жанрҙарын өйрәнәләр.
4-се декабрҙән 14-се декабргә тиклем "18-се башҡорт балалар баҡсаһын"да өлкән һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмдәрендә Башҡорт теле көнөнә арналған декада иғлан ителә.
Тәрбиәләнеүселәр менән бер рәттән ата-әсәләрҙең дә әүҙем ҡатнашыуын көтәбеҙ.
Планлаштырыған эштәр:
педагогтар өсөн өҫталыҡ дәресе;
тәрбиәләнеүселәр араһында башҡорт фольклорының кесе жанрҙары буйынса китапсыҡтар конкурсы;
ата-әсәләр менән балаларҙың башҡорт теленә арналған шиғыр ятлау флешмобы;
"Башҡорт телендә һөйләшәм" темаһына онлайн осрашыу.
Әсәйем - ҡәҙерлем! 24-се ноябрь беҙҙең балалар баҡсаһында иң матур, яҡты байрамдарҙың береһе - Әсәйҙәр көнө үтте!
Балалар был сараға айырыуса тырышып ҙур ихласлыҡ менән әҙерләнделәр. Матур йырҙар, дәртле бейеүҙәр, наҙлы шиғырҙар менән яҡындарын һөйөндөрҙө улар. Әсәйҙәр ҙә байрамға ҡунаҡ булып ҡына килмәнеләр, ә рәхәтләнеп уйнанылар, бейенеләр, бәләкәстәргә күстәнәс тә алып килгәндәр.
Бөгөнгө сараны биҙәгәндәре өсөн ҡәҙерлеләребеҙгә рәхмәт белдерәбеҙ! Һау-сәләмәт, тыныс тормош, бәхет теләйбеҙ һеҙгә, әсәйҙәр!
Наши мамы лучше всех:
Добрые, красивые.
Мы хотим, чтоб были вы
Каждый день счастливые!
Будем слушаться, играть,
В садике учиться.
Чтобы маме не грустить,
С нами веселиться!
Халыҡтар берҙәмлеге көнө!
3 ноября в нашем детском саду прошло замечательное мероприятие, посвященное Дню народного единства.
Воспитанники старшей и подготовительной группы с задором и особым трепетом провели праздничное мероприятие.
Песни, танцы, игры - все дети были вовлечены и с удовольствием принимали участие.
Едино государство,
Если един народ,
Когда огромной силой
Он шествует вперед!
Врагов одолевает,
Стоит плечом к плечу,
Народ наш не сломают-
Дадим отпор врагу!
Во славу всех героев
Живем одной семьей.
Сегодня День единства
Мы празднуем с тобой!
Уфимские педагоги — победители регионального этапа ХI Всероссийского конкурса «Воспитатели России»
С 20 мая по 20 октября 2023 года прошел региональный этап ХI Всероссийского конкурса «Воспитатели России». Его цель - выявление, поддержка и распространение инновационного опыта воспитателей, педагогических работников и руководителей образовательных организаций, стимулирование успешно работающих педагогов дошкольного образования.
Конкурс проводился по десяти номинациям. Кроме этого, были специальные номинации: «Педагог – инфлюенсер», «Успешный выпускник».
Подведение итогов состоялось 30 октября. В конкурсе приняли участие 60 педагогических работников из районов и городов Республики Башкортостан.
По итогам победителями в четырех номинациях стали педагоги города Уфы:
1 место в номинации «Лучшая практика сохранения и укрепления традиционных российских духовно-нравственных ценностей» — Алия Ишдавлетова, воспитатель башкирского детского сада № 18,
2 место в этой же номинации — Ирина Алехина, музыкальный руководитель детского сада №50....
Добавим, что конкурс проводится при поддержке Фонда президентских грантов, Министерства просвещения Российской Федерации. Материалы победителей конкурса будут направлены для участия в XI Всероссийском конкурсе «Воспитатели России». Поздравляем всех победителей!
“Матур һүҙҙәр һөйләп кенә балаға яҡшы тәрбиә биреп булмай. Ул педагогтың үҙен тотошона, ҡылған эштәренә, туған теленә, иленә мөнәсәбәтенә нығыраҡ иғтибар бирә, быларҙың барыһын да күңеленә һеңдерә, өлгө итеп ала”, – ти Өфө ҡалаһындағы 18-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әлиә Ишдәүләтова.
Ул Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылында Әминевтәрҙең ишле ғаиләһендә тыуған. Сибайҙағы Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында белем алғандан һуң БДУ-ның Сибай филилалында уҡый, һәр ҡайҙа әүҙемлеге, һәләтлелеге, рухлылығы менән ихтирам ҡаҙана. Институттағы барлыҡ сараларҙың алыштырғыһыҙ алып барыусыһы була, ҡалалағы телевидениела ла эшләй. Быйыл М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның магистратураһын да тамамлаған.
“Бәләкәй саҡтан педагогтарҙың хеҙмәтенә һоҡланып үҫтем, туғандарым араһында ла уҡытыусылар күп булды, – ти Әлиә. – Әлеге балалар баҡсаһында 2020 йылдан бирле эшләйем. Полилингваль төркөмдә еңелдән түгел, әлбиттә, сөнки тәрбиә, белем биреү башҡорт, рус, инглиз телдәрендә алып барыла. Тимәк, барыһын да төплө белеү мөһим”.
18-се башҡорт балалар баҡсаһында рухлы, тәжрибәле коллектив тупланған. Ҡала мөхитендә үҫкән йәш милләттәштәребеҙҙе башҡортса һөйләшергә өйрәтеү, телмәрҙәрен байытыу йәһәтенән комплекслы эш алып барыла бында. Әлиә Риза ҡыҙы, халҡыбыҙ фольклорына, декоратив-биҙәү сәнғәтенә таянып, туған телебеҙҙә интерактив, дидактик уйындар әҙерләй. Үҙ материалдары менән тәрбиәселәрҙең ҡала, район методик берләшмәләре йыйылыштарында, семинарҙарҙа сығыш яһай. Өс йыл эсендә байтаҡ уңыштарға өлгәшкән. Мәҫәлән, 2021-2023 йылдарҙа “Һаумы-һаумы, әкиәт!” ҡала, төбәк-ара конкурстарында Ишдәүләтовтар “Ғаилә менән сәхнәләштереү” номинацияһында еңеүсе исеменә лайыҡ булған, ә быйыл улдары Ильяс “Йәш әкиәтселәр” номинацияһында ҡалала 2-се урын яулаған. Әлиә Риза ҡыҙы былтыр Өфөнөң Ленин районында “Йыл тәрбиәсеһе” тип танылған. Быйыл баш ҡалала уҙғарылған “Педагог-оҫта” һөнәри конкурсында еңеү яулап, һөҙөмтәлә хәҙер йәш коллегаларына оҫталыҡ кластары үткәрә. Ул үҙе лә, тәрбиәләнеүселәре лә Өфөлә ойошторолған, башҡорт телен, мәҙәниәтен популярлаштырыуға йүнәлтелгән “Илһам”, “Бишек йыры” һ.б. конкурстарҙа йыл да ҡатнаша, еңеүгә, призлы урындарға лайыҡ була. Әлиә Риза ҡыҙы тырыш хеҙмәте өсөн Өфө ҡалаһы, уның Ленин районы хакимиәттәренең грамоталары, рәхмәт хаттары, шулай уҡ Башҡортостан Башлығының рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.
Уңған тәрбиәсе заманса түшелдеректәр, селтәрҙәр эшләй. Балалар өсөн шиғырҙар ҙа яҙа. “Башҡорт фольклоры, мәҙәниәте менән электән ҡыҙыҡһынам. Әйткәндәй, мәктәп йылдарында сәсәниә Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллина “Урал батыр” эпосын тасуири итеп, бөтөн күңелеңде һалып һөйләргә өйрәткәйне. Һөҙөмтәлә мин республика конкурсында 1-се урын яуланым. Шул ваҡыттан алып сәсәндәр мәктәбендә шөғөлләндем, ошо арҡала әле тәрбиәләнеүселәремә эпос тураһында еңел, ябай телдә аңлатам, өҙөктәрен ятлайбыҙ. Ғөмүмән, йәш милләттәштәремде телһөйәр, рухлы итеп үҫтереү – эшемдә төп маҡсатым”, – ти Әлиә Риза ҡыҙы.
Ул ире Вәсил Хәләф улы менән ике бала үҫтерә. Йәш ғаиләлә милли мөхит булдырылған. Башҡорт балалар баҡсаһына йөрөгән Ильяс менән Мирас туған телебеҙҙә таҙа һөйләшә, төрлө конкурстарҙа ихлас ҡатнаша. “Ата-әсәгә өйҙә лә, эштә лә әүҙем булыу мөһим. Һинең янып йәшәүеңде, шөғөлдәреңде күреп, балалар үҙҙәре лә тоҡанып, дәртләнеп китә. Уларҙың күңелен үҫтерәйек, “ҡуҙ” һалып торайыҡ”, – тигән теләктә юғары квалификациялы тәрбиәсе һәм уңған әсәй.
"Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә конкурсанттарыбыҙ өсөн тауыш бирергә саҡырабыҙ.
Фотолар Әлиә Ишдәүләтованың шәхси архивынан алынды.
"Балалар күңеленә "ҡуҙ" һалып торайыҡ" Автор:Дилбәр Ишморатова
15-се октябрь - Атайҙар көнө
"Миләшкәй" төркөмө тәрбиәләнеүселәре атайҙарын ихлас ҡотлай! Иң-иңдәрен ҙур теләк менән һүрәтләне балалар, әңгәмәләштеләр, аҙаҡ бергәләп "Мин һәм минең атайым" исемле плакат та әҙерләп ҡуйҙылар, афариндар, миләшкәйҙәр!
Спасибо, папа, что есть ты у нас,
Что вижу и слышу тебя каждый час,
За добрую душу и тёплое слово,
За то, что не видела в жизни плохого,
Спасибо тебе, мой родной человек!
Желаю здоровья на долгий твой век!
11 октября Башкортостан празднует День Республики — День принятия Декларации о государственном суверенитете Башкирской Советской Социалистической Республики. Праздничное мероприятие, посвященное данному празднику накануне прошло и в нашем детском саду. День Республики – это общий праздник для всех тех, кто гордится своим краем, её замечательной природой, богатой историей и самобытной культурой. Желаем всем крепкого здоровья, благополучия, творческих успехов, реализации всех намеченных планов!
ЗАНЯТИЕ С ДЕТЬМИ СТАРШЕЙ ГРУППЫ ПО «ОСНОВАМ БЕЗОПАСНОСТИ ЖИЗНЕДЕЯТЕЛЬНОСТИ», ПРИУРОЧЕННЫЙ КО ДНЮ ГРАЖДАНСКОЙ ОБОРОНЫ
4 ноября 2023 года - День гражданской обороны МЧС
В ходе занятия воспитанники узнали об опасных и вредных факторах среды обитания человека, экстремальных и чрезвычайных ситуациях, которые могут застать людей дома, на улице и на природе. Кроме того, во время беседы педагог рассказала детям о том, кто стоит стоит на страже здоровья, безопасности всех людей и оказывает своевременную помощь.
С большим интересом дети участвовали в беседе о предназначении гражданской обороны и ее задачах по защите населения от ЧС мирного и военного времени.
Осень – самое благодатное время года, щедрое на урожай. В нашем детском саду стало доброй традицией проводить веселые «Осенние ярмарки». Для всего дошкольного учреждения этот день стал настоящим праздником.
«Торговые ряды» пестрели изобилием фруктов и овощей, а сладости не только стали украшением ярмарки, но и были «виновниками» манящего, сладкого аромата.
Выражаем огромную благодарность всем родителям и педагогам, принявшим участие в этом мероприятии!!! Каждый раз мы убеждаемся, что вы, родители, - самые надежные помощники воспитателей! Дети были в восторге от веселой музыки и изобилия вкусностей на столах, от того, что их родители рядом и принимают участие в мероприятии нашего детского сада.
Ярмарка получилась интересной, яркой и солнечной благодаря вашим улыбкам и теплоте ваших сердец!
Сегодня в нашей республике отмечается день национального костюма. Воспитанники старшей группы "Рябинушка" "Башкирского детского сада №18" города Уфы не остались в стороне и провели замечательный день в ярких и самобытных костюмах.
Беседа, в ходе которой ребята закрепили знания о многообразии и многонациональности Республики Башкортостан, об истории и значимости национальных костюмов, понравилась всем. Примечательно, что каждый ребенок с горящими глазами слушал о национальном женском украшении башкир - нагруднике. А после познавательной беседы все дружно создали женское украшение нагрудник, ведь лучше один раз сделать руками, чем сто раз только слушать и смотреть. Воспитанники остались довольны сегодняшним днём и проведенными занятиями. Поздравляем всех с днём национального костюма!
"День песка"
У многих людей лето и детство ассоциируются с песком и песочницей.
Игры с песком – это проявление естественной активности ребёнка и вид деятельности, который дарит детям радость.
В нашем детском саду прошел «День песка».
Ребята вместе с Песочной Феей и Капелькой Дождинкой знакомились свойствами песка, проводили опыты и эксперименты, играли в игру Песочный ураган. И, конечно же, строили сказочные замки, башни, горы, дороги и туннели, делали «торты» и «пироги».
День прошел весело и увлекательно!
"День насекомых" прошел в нашем детском саду. Целью было расширение кругозора.
Ребята просмотрели обучающий мультфильм про насекомых, послушали стих про божью коровку, а так же изготовили поделку своими руками из цветной бумаги и пластилина.
В этот день дети вспомнили разных насекомых и получились очень красивые поделки, которые потом с удовольствием подарили своим родителям.
Бөгөн, 30 май, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләүселәрҙең "Һаумы, һаумы, әкиәт!" ҡала конкурсының еңеүселәрен билдәләнеләр.
Байрам театр артистары һәм
кескәй генә һүҙ оҫталарының сағыу сығыштары менән үрелеп барҙы. Ҡатнашыусылар ҙа, тамашасылар ҙа бергәләп әкиәт донъяһына сәйәхәт ҡылды.
Беҙҙең балалар баҡсаһының тәрбиәләнеүсеһе Ишдәүләтов Ильяс ( етәксеһе Ишдәүләтова Ә.Р.) "Йәш әкиәтсе" номинацияһында 2 урын;
ә "Әкиәтте фольклор коллектив менән сәхнәләштереү" номинацияһында беҙҙең тәрбиәләнеүселәр ( етәксеһе Әминова Л.Р) 3 урын яуланы!
Талантлы балаларыбыҙҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
Воспитанники нашего детского сада приняли участие в акции «Письмо солдату». Так как наши ребята не умеют ещё писать, то им пришлось передать свои мысли и пожелания солдатам через рисунки.
Для многих ребят нарисовать рисунок оказалось очень важным и ответственным делом. Дети рисовали мощную военную технику, нашу богатую природу, солдат, российские флаги и красные звёзды. Вместе с ребятами мы сворачивали рисунки треугольниками, которые передадут военным прямо на фронт.
Целью проведения этой акции стала поддержка солдат и офицеров российской армии, выполняющих боевые задачи в ходе проведения СВО на территории Украины.
С помощью рисунков дети передали солдатам благодарность, а также пожелали российским военным здоровья и скорейшего возвращения тем, кто в данный момент выполняет боевые задачи.
Пусть солдаты знают, что их очень ждут дома.