Телмәр үҫеше: телмәрҙе аралашыу һәм тирә-йүнде өйрәнеү сараһы итеп ҡабул итергә күнектереү. Балаларҙың һүҙ байлығын, грамматик яҡтан дөрөҫ ҡоролған бәйләнешле телмәрен, уның диалог һәм монолог формаларын үҙләштереүен ойоштороу; өндәр мәҙәниәтен тәрбиәләү һәм тауыш менән идара итә белеү өҫтөндә эш алып барыу.
Ижади телмәр нигеҙҙәрен, фонематик ишетеү һәләтен үҫтереүҙе, китап мәҙәниәте һәм балалар әҙәбиәте, әҫәрҙең төрлө жанрҙары менән таныштырыуҙы, өндөң аналитик-синтетик әүҙемлеге аша грамотаға өйрәтеүҙе формалаштырыу.