Минең педагогик табылдығымдың темаһы: "Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы башҡорт теленә өйрәтеүҙә декоратив-биҙәү ҡулланма сәнғәтенә нигеҙләнгән уйын технологияларын ҡулланыу"
"Әйҙә уйнайыҡ" мажаралы уйындар үҙ эсенә интерактив, өҫтәл-баҫма дидиактик, хәрәкәтле уйындарҙы туплаған.
Әминә менән Булат балаларҙы мажаралы уйынға саҡыра!
Балаларҙы башҡорт теленә өйрәтеүҙә мәҙәниәт, декоратив-биҙәү ҡулланма сәнғәтенә таянып ижад ителгән мажаралы уйындарҙы ҡулланыу бик уңышлы.
Күңелле, фәһемле уйындар ярҙамында улар башҡорт телен өйрәнәләр, халҡыбыҙ мәҙәниәте, декоратив-биҙәү ҡулланма сәнғәте менән танышалар, белемдәрен камиллаштыралар.
Әминә менән Булат башҡорт милли кейемдәре кейгәндәр. Тик уларҙың биҙәүестәре, орнамент-биҙәктәре юғалған. Уйын барышында тәрбиәләнеүселәр төрлө һынауҙар үтеп, дуҫтарының милли кейемдәрен биҙәйҙәр.
Башҡорт халҡының декоратив-биҙәү ҡулланма сәнғәте менән таныштырыуға йүнәлтелгән уйындар Был уйындар билдәле ғалимдар, тикшеренеүселәр, педагогика фәне белгестәре С.Н.Шитова, И.А.Кантемирова, А.В.Молчева, Ф.Т. Кузбеков З.Г.Нафикова, Р.Х.Гасанова хеҙмәттәренә таянып эшләнде.
Мажаралы уйындан күренештәр
Мажаралы уйындан күренештәр
Мажаралы уйындан күренештәр
Мажаралы уйындан күренештәр
"Халҡым ҡомартҡыһы" уйыны ла мажаралы уйындың бер өлөшө
Башҡорт теленә өйрәтеүҙә халыҡ мәҙәниәтенең, биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең әһәмиәтен иҫбатлаусы методик ҡулланма. Был уйын балаларҙың башҡорт милли музыка ҡоралдары, милли кейем һәм биҙәүестәр, туҡымалар, ағастан, тимерҙән эшләнгән предметтар, Башҡортостандың һәүәҫкәр һәм профессионал рәссамдар картиналары, башҡорт халыҡ уйындары менән таныштырыу, белемдәрен киңәйтеү мөмкинлеген тыуҙыра.
Маҡсаты: балаларҙың башҡорт мәҙәниәте, декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте тураһында белемдәрен киңәйтеү, уйын барышында башҡорт телен нығытыу.
Бурыстар:
декоратив биҙәү- ҡулланма сәнғәте ҡулланмаһы өлгөләре атамаларының дөрөҫ әйтелешен нығытыу;
предметтарҙың ниндәй материалдан эшләнеүен билдәләргә өйрәтеү;
пассив һүҙлекте активлаштырыу;
бәйләнешле телмәр, фекерләү ҡеүәһен, хатерҙе үҫтереү;
башҡорт халҡының мәҙәниәтенә, ҡомартҡыларына хөрмәт, ихтирам тәрбиәләү;
үҙ- ара татыу уйнауҙы, дуҫлыҡ тойғоһон тәрбиәләү.
Йыһазландырыу:
ике уйын кубигы: уйын өлөшөн билдәләү һәм эш төрөн билдәләү өсөн;
алты өлөштән торған уйын майҙансығы;
эш майҙансыҡтары (өс вариант);
картиналар йыйынтығы;
пазлдар йыйынтығы;
эш төрҙәре менән карточкалар;
башҡорт халыҡ уйындары менән карточкалар;
халыҡ уйындары атрибуттары: яулыҡ,ҡурай, йөҙөк;
милли музыка ҡоралдары аудиояҙмалар йыйынтығы.
Уйын тураһында:
Өлкән йәштәге төркөм балаларына тәғәйенләнгән уйын. Белем биреүҙең биш өлкәһенә лә ярашлы бурыстарҙы үтәй. Балаларҙы төрлө яҡлап үҫтереү, тәрбиәләү өсөн уңай.
Уйын 36 күнегеүҙән тора, балаларҙың белеме кимәленә ҡарап күнегеү һайларға була. Шулй уҡ тағы ла күнекмәләр менән байытыу мөмкинлеге бар.
Уйын алдынан әҙерлек эше: балаларға башҡорт халҡының декоратив-биҙәү ҡулланма сәнғәте, мәҙәниәте тураһында белем биреү, әңгәмә үткәреү мөһим. Артабан, уйын барышында бала предметтарҙың атамаларын, ниндәй материалдан һәм нимә өсөн кәрәклеген белә.
Уйын майҙансығын айырым бер өлөштө өйрәнеү һәм нығытыу өсөн йәки бөтә темаларҙы ла бергә ҡабатлау өсөн ҡулланырға була.
Уйын барышы:
Индивидуаль, парлашып, бәләкәй төркөмсәләр менән үткәреү мөмкин.
Бала беренсе кубикты ташлай һәм майҙансыҡтағы эш өлкәһен билдәләй. Икенсе кубикты ташлай һәм эш төрөн билдәләй.
Ниндәй күнегеү икәненә ҡарап, кәрәкле эш майҙансығы һайлана һәм уйын башлана.
Ҡомартҡы һандығы
Уйын майҙансығы
Эш төрҙәре менән карточкалар
2023 йылдың сентябрь айында үткән район методик ойошмаһының "Федераль белем биреү программаһына күсеү шарттарында мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында башҡорт теленә өйрәтеү" методик ултырышында педагогтарға "Халҡым ҡомартҡыһы" уйыны презентацияһы үтте.
Уйын ябай дәрестәрҙә һәм түңәрәк эшендә бик файҙалы, ҡулланыуға уңай.
Башҡорт телен өйрәтеүгә, танып белеүҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән интерактив уйындар йыйылмаһы
LearningApps.org сайтында
Интерактив уйындарға һылтанма
"Өләсәйем һандығы"
"Селтәр йыя Әминә"
"Башҡорт милли музыка ҡоралдары"