Нәфис-эстетик үҫеш
Балаларҙың төрлө сәнғәт әҫәрҙәре (һөйләү, йыр-моң, һынлы сәнғәт), тәбиғәт күренештәре аша матурлыҡты күрә, тоя, һиҙә, ҡабул итә алыу һәләтен үҫтереү.
Тирә-йүндәге матур предметтарға, күренештәргә иғтибар итеүҙе, улар менән һоҡлана, шатлана, ҡыуаныс хистәре кисерә белеүҙе ябай ғына саралар аша төшөндөрөү.
Матурлыҡҡа ҡарата хис-тойғоларҙы үҫтереүсе мөхит булдырыу, сәнғәттең төрҙәрен һәм жанрҙарын билдәләй белергә өйрәтеү, музыка һәм халыҡ сәнғәте төрҙәре менән таныштырыу.
Сәнғәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү, уның ижади эшмәкәрлек булыуы һәм сәнғәттең төрлө төрҙәре тураһында төшөнсәләр биреп, уларҙы айыра, төркөмләй, атай белергә өйрәтеү (көнкүреш өсөн зауыҡлы әйберҙәр эшләү сәнғәте, һынлы сәнғәт, әҙәбиәт, музыка, архитектура, театр, бейеү, кино, цирк һ.б.).
Үҙ-аллы ижад итеүҙе хуплау һәм үҫтереү (һынлы сәнғәт, музыка, ҡоролмалар төҙөү һ.б.).