Физик үҫеш
«Физик үҫеш» эшмәкәрлектең йөкмәткеһе үҙ эсенә төрлөсә хәрәкәтләнеүҙе, координация һәм һығылмалылыҡ кеүек физик сифаттарҙы үҫтереүҙе һәм организмдың төп хәрәкәтләнеү системаһының дөрөҫ формалашыуына нигеҙ һалыуҙы күҙаллай.
Баланың үҙ хәрәкәт-торошо менән идара итә белеүенә өйрәнеүҙе, ҡулдарҙың эре һәм ваҡ моторикаһының үҫешенә булышлыҡ итеүсе күнекмәләр башҡара белеүен, организмға зыян килмәҫлек итеп төп хәрәкәттәрҙе дөрөҫ үтәүен (атлау, йүгереү, һикереүҙәр, ике яҡҡа ла боролоу, эйелеү, тәгәрәү һ.б.) өйрәтеү ҙә инә.
Спорттың ҡайһы бер төрҙәре тураһында башланғыс төшөнсәләрҙең формалашыуын, хәрәкәтле уйын ҡағиҙәләре һәм уларҙы уйнау ысулдары менән таныштырыуҙы үҙ эсенә ала.
Сәләмәт тормош алып барыуҙы, сәләмәт һәм хәүефһеҙ йәшәү ҡағиҙәләрен дөрөҫ үтәүҙе (файҙалы ғәҙәттәр, дөрөҫ туҡланыу, сынығыу алымдарын) ала.
Картотекалар