«Танып-белеү үҫеше» өлкәһе йөкмәткеһе балаларҙың тирә-йүнде тәрәнерәк өйрәнеү, төшөнөү, ҡыҙыҡһыныу теләген ҡәнәғәтләндерә; аң-зиһендең үҫешен, ижади әүҙемлекте, хыял, фараз итеүҙе үҫтерә; баланың үҙе һәм башҡа кешеләр, тирә-яҡ донъя, ундағы предметтар, объекттар, улар араһындағы мөнәсәбәттәр һәм үҙенсәлектәр (формаһы, төҫө, үлсәме, материалы, тауышы, ритмы, темпы, һаны, киҫәге-бөтөнө, бәләкәй һәм ҙур һ.б.) тураһында ябай ғына кимәлдә белемдәрен формалаштыра; тыуған ил, социаль-мәҙәни ҡиммәттәр, традициялар, йолалар һәм байрамдар, Ер шарының кешеләрҙең дөйөм өйө булыуы, Ерҙәге тәбиғәттең үҙенсәлеге, илдәрҙең, халыҡтарҙың күп төрлөлөгө һ.б. тураһында төшөнсә биреүҙе күҙаллай.