Социаль - коммуникатив үҫеш
“Социаль-коммуникатив үҫеш” баланың йәмғиәттә ҡабул ителгән ҡағиҙәләрҙе һәм нормаларҙы өйрәнеүен; социаль һәм әхләҡи үҙҡиммәттәрҙе дөрөҫ ҡабул итеүен; үҙ-ара һәм ололар менән ыңғай мөнәсәбәттә аралаша белеүен; үҙ-аллылыҡҡа өйрәнеүен; алдына ҡуйған маҡсаттарға ирешә белеүен; характерында социаль һәм эмоциональ сифаттарҙы формалаштырыуын; ярҙамсыл, иғтибарлы, ихтирамлы булыуын; йәштәштәре менән бергә дөйөм эшмәкәрлектә әүҙем ҡатнашыуын; хеҙмәткә һәм ижадҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныуын; тирә-яҡ мөхиттә, тәбиғәттә үҙен дөрөҫ тотоу күнекмәләрен күҙаллай.