Был биттә тәжрибә менән уртаҡлашыу һәм төрлө кимәлдәге семинарҙар, район методик берләшмәләрендә сығыштар күрһәтелгән.
Декоратив-биҙәү ҡулланма сәнғәте аша балаларҙы башҡорт теленә өйрәтеү һәм әхлаҡи тәрбиә биреү, партиотик рух тәрбиәләү
Бөгөнгө көндә башҡорт теленә, милли рух тергеҙеүгә, әхлаҡи тәрбиә биреүгә ҙур иғтибар бүленә. Балаларға башҡорт телен өйрәтеү, уларҙы туған телдә һөйләштереү өҫтөндә эшләгән педагогтар етди эш алып баралар. Балалар баҡсаларында уйын технологиялары ярҙамында, фольклор, халыҡ ижады үрнәктәренә таянып башҡорт телен өйрәтеүҙә уңышлы эш алып барыла. Хәҙерге заман шарттарына ярашлы, ИКТ, заманса компьютер технологияларын да әүҙем ҡулланалар. Әммә шул уҡ ваҡытта башҡорт декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәтенә, башҡорт халҡының кәсептәренә иғтибар кәмей. Декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте үҙ эсенә борондан килгән кәсептәр, шөғөлдәр һәм профессиональ оҫталар сәнғәтен ала. Башҡорт халҡының был йүнәлештәге мираҫына йәш быуында ҡыҙыҡһыныу һүрелә, ә балалар декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең айырым төрҙәрен, әйтәйек, кейеҙ баҫыу, киндер һуғыу, суйындан ҡойоу һ.б. бөтөнләй белмәй тиерлек. Был тенденция айырыуса ҡала мөхитендә йәшәүсе һәм белем алыусы балаларҙа күҙәтелә. Айырым ғаиләләрҙә генә балалар борондан килгән ата-бабаларының кәсептәре тураһында ишетеп белә, әммә беҙ халыҡ кәсептәрен бәләкәйҙән белем биреү ойошмаларында, балалар баҡсалары һәм мәктәптәрҙә өйрәтеү мөһим тигән ҡараштабыҙ. Уларҙы фольклор, халыҡ ижады өлгөләре менән бер рәттән популярлаштырыу, тергеҙеү беҙҙең бурыс.
Билдәләнгән тема буйынса эш билдәле ғалимдар, тикшеренеүселәр, педагогика фәне белгестәре С.Н.Шитова, И.А.Кантемирова, А.В.Молчева, Ф.Т. Кузбеков хеҙмәттәренә таянып эшләнде.
Башҡорттарҙың декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте – һынлы сәнғәт бүлеге, донъя көтөү, көнкүреш, ғөрөф-ғәҙәт, йола үтәү өсөн тәғәйенләнгән әйберҙәр эшләү һәм нәфис эшкәртеүгә бәйле ижади эшмәкәрлектең төрлө йүнәлештәрен үҙ эсенә ала. Әлбиттә, беҙ бөтә төрҙәрен дә балалар баҡсаһы шарттарында төплө өйрәнә алмайбыҙ. Шулай ҙа милли орнамент һалыу, ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүестәрен эшләү, дөйөм текстиль менән эшләү һ.б. бүлектәрҙе балаларға мөмкин тиклем аңлатырға, өйрәтергә, артабан мәктәптә һәм юғары уҡыу йорттарында өйрәнеү өсөн нигеҙ булдырырға, тигән ҡараштабыҙ.
2022-2023 уҡыу йылында ошо мәсьәлә өҫтөндә эш башланды. Әммә ныҡлы практик эш 2023-2024 уҡыу йылында башҡарыла.
Башланғыс диагностика балаларҙың белем кимәле түбән булыуын күрһәтте. Декоратив-биҙәү ҡулланма сәнғәтен, халыҡ кәсептәрен балаларға төплө аңлатыу мөһим.
Уҡыу йылы башында үткәрелгән ата-әсәләр һорауламаһы һөҙөмтәһе лә ғаиләлә балаларҙың был йүнәлештә белем алмауҙарын иҫбатлай. Сөнки ата-әсәләр башҡорт телен белмәй, халҡыбыҙҙың үткәне, тарихы, мәҙәниәте тураһында белем кимәлдәре түбән. Был бер-нисә сәбәп менән аңлатыла: икенсе милләт вәкилдәре булыуҙары, түбән белемле булыуҙары һ.б.
Үткәрелгән диагностика һөҙөмтәләренә ҡарап эш төрҙәре лә билдәләнде. Уҡыу йылы барышында кәмселектәрҙе бөтөрөү, балаларҙы һәм ата-әсәләрҙе башҡорт халҡының декоратив-биҙәү ҡулланма сәнғәте аша башҡорт теленә өйрәтеү, рухи-әхлаҡи тәрбиәләү йүнәлеше билдәләнде.
Ата-әсәләр һорауламаһы һөҙөмтәһе
Семинарҙар, район-методик берләшмәләрендә сығыш яһау, тәжрибә менән уртаҡлашыу
На районном методическом объединении воспитателей национальных групп ДОУ Ленинского района ГО г. Уфа РБ выступила с докладами на тему:
«Нравственно - патриотическое воспитание детей дошкольного возраста с использованием современной цифровой образовательной среды в ДОУ» (2021 г.),
«Оснащение ДОУ интерактивными средствами обучения» (2022 г.),
«Использование интерактивных игр на тему «Наш дом» при закреплении речевых навыков дошкольников старшего возраста» (2023 г.).
На районном методическом объединении для воспитателей и старших воспитателей ДОУ Ленинского района ГО г. Уфа РБ выступила с докладом на тему «Использование ИКТ в процессе полилингвального обучения детей в ДОУ» (2023 г.).
Провела открытое занятие по математике «Теремок» на городском онлайн-семинаре для воспитателей национальных групп ДОУ на тему «Эффективные методы и способы изучения родных языков для детей дошкольного возраста» (2021 г.)
Презентовала интерактивную дидактическую игру «Селтәр йыя Әминә» и выступила на круглом столе, посвященном Дню башкирского языка (конференция СиБашГУ (филиал БГУ) (2021 г.).
Приняла участие на международном онлайн-семинаре "Современные методы в дошкольном обучении и воспитании" (г.Уральск, Республика Казахстан) на тему «Использование ИКТ в процессе полилингвального обучения детей в ДОУ» (2021 г).