Мин - педагог-мастер.
“Декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм продуктив эшмәкәрлек аша балалар баҡсаһында өлкән йәштәге төркөм балаларын башҡорт теленә өйрәтеү”темаһы буйынса үҙ тәжрибәм менән бүлешәм.
Мастер-класс программаһына һылтанма
Теманың актуаллеге:
кешенең телмәр функциялары һәм дөйөм хәрәкәт әүҙемлеге араһында, бигерәк тә баш мейеһенең телмәр үҙәге һәм ҡул суғы мускулатураһы араһында булған бәйләнеше ғалимдар тарафынан иҫбатланған. Бармаҡтарҙан килгән нерв импульстары телмәрҙе камиллаштыра. Ошо күҙлектән сығып, балаларҙы башҡорт теленә лә өйрәтеү, декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләрен дә киң массаларға таратыуҙы – икеләтә уңышлы эш.
Маҡсаты:
Оҫталыҡ класында ҡатнашыусы педагогтарға балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙә декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәтен ҡулланыуҙың уңышлы юлдарын күрһәтеү.
Бурыстары:
- оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусыларҙың декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте тураһында белемдәрен киңәйтеү;
- балалар баҡсаһында эшләүсе педагогтарҙың профессиональ кимәлен үҫтереү;
- продуктив эшмәкәрлек аша балаларҙы башҡорт теленә өйрәтеү ысулдары менән таныштырыу;
- балаларҙың телмәрен үҫтереүсе методтар һәм эш алымдары менән тәжрибә уртаҡлашыу;
- башҡорт халҡының декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте үҙенсәлектәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм ихтирам тойғоһо тәрбиәләү.
Видеопрезентация:
"Декоратив-биҙәү ҡулланма сәнғәте аша балаларға башҡорт телен өйрәтеү әһәмиәте. Милли эш төрҙәрен заман талаптарына яраҡлаштырыу"
Маҡсат: башҡорт милли мәҙәните, декоратив-биҙәү ҡулланма сәнғәте тураһында белешмә биреү, балаларҙы башҡорт теленә өйрәтеүҙә ҡулланыу варианттары менән таныштырыу.
"Телмәр үҫтереү һәм танып белеү дәрестәрендә селтәр эшләү техникаларын ҡулланыу"
Маҡсат: традицион булмаған техникалар менән селтәр эшләргә өйрәтеү (балауыҙ, мисәт, бармаҡ менән эшләү һ.б.) Дәрес өлгөләре менән таныштырыу.
"Милли йүнәлештә интерактив дидактик уйын эшләү (Microsoft Power Point программаһында)"
Маҡсат: махсус программала уйын эшләү үҙенсәлектәрен өйрәтеү. Дидактик уйын эшләү.
Милли йүнәлештә интерактив дидактик уйын эшләү (Smart Notebook һ.б. программаларында)
Маҡсат: махсус программала уйын эшләү үҙенсәлектәрен өйрәтеү. Дидактик уйын эшләү.
Сәсүрмес эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе.
Теләк теләү тураһында төшөнсә биреү
Маҡсат: сәсүрмес эшләү процесында телмәр үҫтереү алымдары (халыҡ педагогикаһына таяныу, теләк теләү һ.б.) менән таныштырыу.
Матсер-класта ҡатнашыусы педагогтарҙың фекерҙәре: