Хөрмәтле ата-әсәләр! Был бүлектә яҙылған кәңәштәр, мәғлүмәттәр һеҙгә балаларҙы үҫтереүҙә һәм тәрбиәләүҙә ярҙам күрһәтер, тип ышанам.
Йөкмәткеһе:
Маҡсаты: рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр нигеҙендә йәш һәм индивидуаль үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып мәктәпкәсә балалыҡ осоронда баланың төрлө яҡлы үҫеше.
Федераль программа мәктәпкәсә белем биреүҙең өс төп функцияһын тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә:
1. Баланы Рәсәй гражданы булараҡ тәрбиәләү, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың гражданлыҡ һәм мәҙәни үҙенсәлек нигеҙҙәрен формалаштырыу;
2. Рәсәй халҡының рухи-әхлаҡи ҡиммәттәренә нигеҙләнгән мәктәпкәсә белем биреүҙең дөйөм йөкмәткеһен булдырыу, үҙ ғаиләһенең тарихын һәм мәҙәниәтен белгән, ҙур һәм бәләкәй Ватанын хөрмәт иткән үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләү;
3. Бала тыуғандан алып мәктәпкә барғанға тиклем, ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, берҙәм белем һәм тәрбиә биреү киңлеген булдырыу.
Федераль программа мәктәпкәсә белем биреүҙең заманса практикаларын иҫәпкә ала. Белем биреү эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу өсөн заманса, шулай уҡ классик һынлы сәнғәт, художестволы, музыкаль һәм кинематографик сәнғәт әҫәрҙәренең киң исемлеген үҙ эсенә ала.
Бөгөнгө көндә башҡорт теленә, милли рух тергеҙеүгә ҙур иғтибар бүленә. Балаларға башҡорт телен өйрәтеү, уларҙы туған телдә һөйләштереү өҫтөндә эшләгән педагогтар етди эш алып баралар. Балалар баҡсаларында уйын технологиялары ярҙамында, фольклор, халыҡ ижады үрнәктәренә таянып башҡорт телен өйрәтеүҙә уңышлы эш алып барыла. Хәҙерге заман шарттарына ярашлы, ИКТ, компьютер технологияларын да әүҙем ҡулланалар. Әммә шул уҡ ваҡытта башҡорт декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәтенә, башҡорт халҡының кәсептәренә иғтибар кәмей.
Декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәре башҡорттарҙың рухи һәм матди мәҙәниәте, йәшәү рәүеше, йолалары, тәртип-низамдары, тирә-яҡ тәбиғәт менән бәйле. Декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте үҙ эсенә борондан килгән кәсептәр, шөғөлдәр һәм профессиональ оҫталар сәнғәтен ала. Башҡорт халҡының был йүнәлештәге мираҫына йәш быуында ҡыҙыҡһыныу һүрелә, ә балалар декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең айырым төрҙәрен, әйтәйек, кейеҙ баҫыу, киндер һуғыу, суйындан ҡойоу һ.б. бөтөнләй белмәй тиерлек. Был тенденция айырыуса ҡала мөхитендә йәшәүсе һәм белем алыусы балаларҙа күҙәтелә. Айырым ғаиләләрҙә генә балалар борондан килгән ата-бабаларының кәсептәре тураһында ишетеп белә, әммә беҙ халыҡ кәсептәрен бәләкәйҙән белем биреү ойошмаларында, балалар баҡсалары һәм мәктәптәрҙә өйрәтеү мөһим тигән ҡараштабыҙ. Уларҙы фольклор, халыҡ ижады өлгөләре менән бер рәттән популярлаштырыу, тергеҙеү беҙҙең бурыс.
Башҡорт халҡының хәрәкәтле уйындары
Башҡорттарҙың декоратив-биҙәү ҡулланма сәнғәте
Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе халыҡтарҙың декоратив-биҙәү ҡулланма сәнғәте
Тыуған ерем - хазинам!
Балаларға башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәтеүҙең ысулдары
Ата-әсәләргә башҡорт халҡының милли кейеме тураһында видеолекция һәм презентация
1. КАПРИЗЫ И УПРЯМСТВО
2. УЧИМ РЕБЕНКА ОБЩАТЬСЯ
3. КАК ПРАВИЛЬНО ОБЩАТЬСЯ С РЕБЁНКОМ
4. АРТИКУЛЯЦИОННАЯ ГИМНАСТИКА КАК ОСНОВА ПРАВИЛЬНОГО ПРОИЗНОШЕНИЯ
5. ПРОФИЛАКТИКА РЕЧЕВЫХ НАРУШЕНИЙ У ДЕТЕЙ ДОШКОЛЬНОГО ВОЗРАСТА
6. ТРУДОВОЕ ВОСПИТАНИЕ РЕБЕНКА В СЕМЬЕ
7. АГРЕССИВНЫЙ РЕБЕНОК
8. АГРЕССИВНЫЙ РЕБЁНОК: КАК ЕМУ ПОМОЧЬ?
9. ВОСПИТАНИЕ ЗАБОТЛИВОГО ОТНОШЕНИЯ К ОКРУЖАЮЩИМ
10. КАК ПОМОЧЬ ЭМОЦИОНАЛЬНЫМ ДЕТЯМ?
11. ПСИХИЧЕСКОЕ РАЗВИТИЕ РЕБЕНКА С 4 ДО 5 ЛЕТ
12. ВЛИЯНИЕ СЕМЕЙНОГО ВОСПИТАНИЯ НА РАЗВИТИЕ РЕБЁНКА
13. ПОЧЕМУ ДЕТИ ОБМАНЫВАЮТ?
14. РОЛЬ СЕМЬИ В ВОСПИТАНИИ РЕБЕНКА
15. СОЦИАЛЬНОЕ РАЗВИТИЕ РЕБЕНКА
"Көҙгө уңыш" йәрминкәһе
"Декоратив-биҙәү ҡулланма сәнғәте менән танышыу" темаһына ата-әсәләр менән осрашыу
Төркөм майҙансыҡында ҡарҙан ҡаласыҡ төҙөү