Тема: Контрольное списывание.
Хәйерле иртә! Доброе утро!
Сегодня контрольная работа.
Рәми Ғарипов шиғриәте – моңло һәм күп буяулы поэтик ижад. Уның бар моңо һәм биҙәге барыһы ла тәбиғәттән, шуның менән улар тәбиғи ҙә, ифрат төрлө лә. Ә һандуғас көйҙәренә көйләнгән шиғырҙар шәлкеме үҙҙәре генә ни тора!
Рәми Ғарипов шиғриәте өсөн уйсанлыҡ, тәрән моң, фекер тығыҙлығы хас. Ул ижад тыштан сабыр,эстән ялҡын төҫлө. Уның хатта мөхәббәт, йәшлек уты менән һуғарылған лирик шиғырҙарында ла илерткес сафлыҡ, сабырлыҡ, ғорурлыҡ, хатта саялыҡ тойғолары ла әллә ни хәтле.
Мөхәббәт шағир өсөн Урал батыр эҙләгән Йәншишмә кеүек. Ә Йәншишмәнән эскән ғашиҡ – үлемһеҙ. Ғашиҡ шағирҙың шиғриәтте мәңгелек итеүе бар. Өҫтәүенә, ул мөғжизәләргә ышаныр зат йәиһә уны үҙе тыуҙырыусы. Шуға ла шағир – һүҙ тылсымы эйәһе.
После того как дописали внимательно проверяем.
Сделать фото работы и отправить любым удобным способом.
Личный e-mail: almira.shamsutdinova@yandex.ru