Ҡәҙерле уҡыусылар, хөрмәтле уҡытыусылар, ата-әсәләр!
Ысын күңелдән һеҙҙе Белем көнө, яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотлайым!
1 сентябрь – Белем донъяһына яңы сәйәхәт башы, беренсе ҡыңғырау, тулҡынланыу, сәскәләр һәм шат йөҙҙәрҙең күплеге. Мәктәп тупһаһын тәүге тапҡыр атлап инеүселәр өсөн айырыуса көтөп алынған көн.
Был көн – үҙенсәлекле байрам, һәр беребеҙгә яҡын һәм ҡәҙерле. Мәктәп йылдары һәр кемдең хәтерендә мәңгелеккә уйылып ҡала, сөнки мәктәп – ҡыҙыҡлы дәрестәр, класташтар һәм уҡытыусылар менән оҙаҡ көтөлгән осрашыуҙар, ғәжәйеп асыштар донъяһы.
Ҡәҙерле уҡыусылар! Уҡыу еңел эш түгел, юҡҡа ғына халҡыбыҙ «Уҡыу – энә менән ҡойо ҡаҙыу» тимәгән. Тырышып уҡығыҙ, белем тауҙарына артылғанда ныҡыш, маҡсатлы булығыҙ. Һеҙ бик тә ҡыҙыҡлы осорҙа уҡыуығыҙ менән бәхетле!
Хөрмәтле уҡытыусылар! Байрам айҡанлы һеҙгә айырым рәхмәт һүҙҙәре еткерәм. Балаларыбыҙҙың уҡыуҙа һәм тормошта уңышлы булыуҙары, республика һәм ил үҫешенә индерәсәк өлөшө һеҙҙең педагогик талантығыҙға туранан-тура бәйле! Был яҡты байрам көнөндә бар педагогтарға һөнәри үҫеш, талантлы һәм рәхмәтле уҡыусылар, һаулыҡ, ғаиләләрегеҙгә именлек теләйем!
Белем көнө – мәктәп ишеген тәү башлап үрелеп асҡан сабыйҙарын етәкләп килеүсе ата-әсәләр өсөн дә ҙур байрам!
Уҡыу йылы барығыҙ өсөн дә тыныс, имен, һөҙөмтәле булһын! Белем артынан алға, изге юлға!