Назар Нәжми (тулы исеме — Хәбибназар Нәжметдин улы Нәжметдинов, 5 февраль 1918 йыл — 6 сентябрь 1999 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (1993), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының VI һәм VII саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР‑ҙың М. Горький исемендәге дәүләт премияһы (1982), БАССР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1972) лауреаты. Октябрь Революцияһы (1978), I (1985) һәм II дәрәжә Ватан һуғышы (1945), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955, 1968), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) һәм Почёт (1999) ордендары кавалеры.
Хәбибназар Нәжметдин улы Нәжметдинов 1918 йылдың 5 февралендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Миңеште[1] ауылында тыуған. Ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Өфө металлургия рабфагында уҡый. 1938 йылда Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Институттың өсөнсө курсынан, 1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышына китә, унан 1946 йылда ғына ҡайта, фронтта күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике тапҡыр II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән наградлана.
Ҡайтҡас, уҡыуын дауам итә: 1947 йылда институттың тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай.
Назар Нәжми 1947—1949 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзите, «Әҙәби Башҡортостан» журналы редакцияларында эшләй. 1955—1959 йылдарҙа ул — «Һәнәк» журналының баш мөхәррире, 1962—1969 йылдарҙа — Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе.
Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Октябрь Революцияһы ордены, ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрак ордены менән наградлана. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты итеп һайлана. РСФСР дәүләт премияһы һәм республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1972) лауреаты. 1993 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелде.
Назар Нәжми утыҙынсы йылдарҙың аҙағында яҙа башлай. Уның тәүге шиғырҙары 1937 йылда республика гәзиттәрендә баҫыла; шиғыр һәм хикәйәләре «Беренсе йыр» (1938), «Икенсе йыр» (1939) тигән альманахтарҙа урын ала. 1940 йылда «Октябрь» журналында «Ауыл эскиздары» исемле шиғырҙар циклы сыға.
1950 йылда Назар Нәжмиҙең «Тамсылар» исемле беренсе шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә. Артабан сыҡҡан «Тулҡындар», «Көтөлмәгән ямғыр», «Ер һәм йыр», «Шиғырҙар һәм поэмалар» тигән поэтик китаптары шағир талантының яңынан-яңы һыҙаттар менән байый һәм үҫә барыуы хаҡында һөйләй. Шағирҙың «Әсә», «Ҡайындар», «Ҡапҡалар», «Йыр тураһында баллада» тигән поэмалары киң билдәлелек алды. 60 — 70-се йылдарҙа яҙылған «Дуҫ тураһында ун бер йыр», «Күлдәк», «Иблес», «Урал» исемле поэмалары уның эпик әҫәрҙәренең тәрән драматизм менән һуғарылыуы хаҡында һөйләй.
Назар Нәжмиҙең байтаҡ китаптары Мәскәүҙә һәм Өфөлә рус телендә баҫылып сыҡты.
Назар Нәжми выждан һәм тәрән аҡыл тойғоларын уятҡан ҡыҙыҡлы драматург булараҡ та сығыш яһаны. Уның: «Яҙғы йыр», «Хуш, Хәйрүш», «Саҡырылмаған ҡунаҡ», «Егет егетлеген итә» тигән тәүгә пьесалары менән дә, һуңыраҡ яҙылған «Гармунсы дуҫ», «Күршеләргә ҡунаҡ килгән», «Ҡыңғыраулы дуға», «Әтәмбәй» пьесалары менән дә шулай булды. Улар барыһы ла Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйылды. Назар Нәжми башҡорт уҡыусыһына Александр Пушкин, Михаил Лермонтов, Алишер Навои поэмаларын, Рәсүл Ғамзатов, Ҡайсын Кулиев һәм башҡа донъя кимәлендә билдәле шиғырҙарын туған телендә яңғыратты.
1944 йылдан КПСС, 1951 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Назар Нәжми 1999 йылдың 6 сентябрендә Өфөлә вафат була.