Традицион кейем-һалым — кешенең милли йөҙөн билдəлəүсе күрһəткес. Кейем-һалымдың составы, уның төрҙəре, биҙəү һыҙаттары күп быуаттар буйы формалашҡан. Ул халыҡтың хужалыҡ-көнкүреш торошона, уның мəҙəни-тарихи үҫешенə бəйле.
Башҡорт костюмының стиле күсмə малсылыҡ йəмғиəте өсөн булған үҙенсəлектəр менəн билдəлəнгəн. Кейем-һалым тула, төрлө үлəн сүстəренəн һуғылған туҡыма, йөн, күн, һарыҡ тиреһенəн тегелгəн, шулай уҡ ебəк, бəрхəт һəм башҡа туҡымалар ҡулланылған.
Өҫкə елəндəр, камзулдар йыл əйлəнəһенə кейелгəн. Уларҙы биҙəүгə ҙур иғтибар бирелгəн.
Башҡорттарҙың йəш һəм урта быуын вəкилдəре сағыу төҫлө кейем кейгəн. Ҡыҙыл төҫ янына йəшелде һəм һарыны, һирəгерəк күк төҫтө ҡулланғандар. Аҡ төҫтəге кейем ҡайыу, сигеү ярҙамында ҡыҙыл төҫ менəн биҙəлгəн. Өлкəн кешелəр ҡара төҫтəн кейенгəн.
Кейем-һалымды, баш кейемдəрен йыш ҡына мəрйен, ҡортбаш, мəрүəт, сəйлəн, көмөш көмбəҙҙəр һəм көмөш тəңкəлəр менəн биҙəгəндəр. Селтəр-һаҡалдар, иңһəлектəр, хəситəлəр, муйынсалар, сəс сулпылары — ысын-ысындан сəнғəт əҫəрҙəре.
Ювелир əйберҙəр: балдаҡтар, йөҙөктəр, белəҙектəр, алҡа-һырғалар —сүкеү, ҡалыпҡа һуғыу, гравирлау, селтəрлəп үреү ысулы менəн эшлəнгəн.
Көмөштө аҡыҡ һəм фəйрүзə ҡуйып матурлағандар.
Аяҡҡа күн итектəр, кəүеш, тула ҡуңыслы ситек кейгəндəр. Ат тиреһе лə ҡулланылған. Башҡорт костюмы ғəжəп күп төрлө һəм бай.