Игендәр урылған,
Уңыштар йыйылған,
Бесән дә сабылған,
Эҫкерттәр ҡойолған.
Ел менән ҡыуышып,
Япраҡтар ҡойола,
Осар ҡош талпынып,
Китергә йыйына.
Кескенә бер турғай
Шатланып йыр йырлай
- Минең ер - Гөлөстан,
Ҡурҡмайым мин ҡыштан!
Уңһам да, туңһам да,
Китмәйем илемдән!
Мин ғәзиз еремдән!
(Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина)
Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө менән көҙҙө оҙатыу байрамынан күренештәр.
Әсәйҙәр байрамы етте,
Ҡәҙерле байрам бөгөн.
Йылмайған ҡояш яктырта
Илемдең аяҙ күген.
Бөгөн беҙҙең өлкәндәр төркөмө балалары өсөн бик иҫтәлекле ваҡиға - тәрбиәләнеүсебеҙ Янбаев Өлфәттең ҡартатаһы, махсус хәрби операциянан ялға ҡайтыусы Солтанғолов Әхнәф Маратович менән осрашыу булды.
Осрашыуҙа ул МХО-ла башҡорт батырҙарының күплеге, уларҙың ҡыйыу йөрәкле, батыр, эшкә әрһеҙлеге менән башҡаларҙан айырылып тороуы тураһында әйтте. Әхнәф Маратович ҡыҫҡаса ғына үҙе, хәрбиҙәрҙең көндәлек көнкүреше тураһында һөйләне. Балалар уның миҙалдары менән ҡыҙыҡһынды.
Осрашыу аҙағында балалар Әхнәф Маратовичҡа үҙҙәре эшләгән стенгазетаны бүләк итеп, ул үҙе лә күстәнәстәрен тапшырып, тағы ла осрашырға һүҙ ҡуйыштыҡ.
Донъялар тынысланып, батырҙарыбыҙҙың имен - һау әйләнеп ҡайтыуын көтәбеҙ!
Милли кейем көнө – ул рух, милли үҙаң сағылышы, йөрәгендә халҡына һөйөү йөрөткән һәр кемдең ошо оло тойғоно белдереү. Тамырҙарына, тарихына, ғөмүмән, үткәненә иғтибарлы булған, уға хөрмәт менән ҡараған халыҡтың киләсәге лә. Милли кейем көнө республикабыҙҙың күп милләтле халҡын берләштерә, бер-беребеҙҙең мәҙәниәте менән танышырға мөмкинлек бирә.
Ҡаҙ өмәһе, ҡаҙ өмәһе,
Алдарҙа ҡаҙҙар ғына.
Ҡаҙ өмәһенә йыйылған
Тик уңған ҡыҙҙар ғына!
Өлкәндәр төркөмө тарафынан балалар баҡсаһында "Ҡаҙ өмәһе" байрамы үткәрелде. Байрамдың төп маҡсаты – башҡорт халҡында борон-борондан йәшәп килгән матур йоланы балаларға өйрәтеү,
балаларҙа милли байрамдарға, ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу хистәре тәрбиәләү. Уларҙа кесе йәштән үк әсә теленә, үҙ милләтенең традицияларына һөйөү, ихтирам тәрбиәләү.
Бөгөн беҙҙең тәрбиәләнеүселәребеҙ Әбдрәшитов Динисламды һәм Байрамғолова Эльмираны "Һаҡмар" гәзите директоры Салихова Г. С. һәм хәбәрсе Кейеккужина Э. Р. килеп, грамоталар һәм бүләк тапшырып, ҡотлап киттеләр. " Вы за нас в бою, мы за вас в тылу" видеоконкурсында ҡатнашып, Динислам 2-се, Эльмира 3-сө урынды алдылар. Афарин, артабан да уңыштар теләйбеҙ бәләкәстәргә!
Мәктәпкә әҙҽрлҽк төркөмөндә балалар финанс грамоталылығы нигеҙҙәренә өйрәнәләр. Әңгәмә, уйын, видеофильмдар ҡарау аша улар аҡса, уның ҡайҙан килеп сығыу тарихы, акса ни өсөн кәрәклеге, банк карталары, банк, банкомат, ғаилә бюджеты, килем алыу һәм сығымдар, һаҡсыллыҡ һәм башҡалар тураһында белем алалар.