Тәрбиәсе һөнәре — ысын мәғәнәһендә һөнәрҙәр һөнәре. Шуға күрә был һөнәрҙе һайлаған кеше үҙе лә ғәжәп дәрәжәлә тәрбиәле, белемле булырға тейеш. Сөнки ул баланы белеме менән генә түгел, килеш — килбәте, холҡо, һөйләү мәҙәниәте, яҡты йөҙө, күңел паклығы менән дә тәрбиәләй.