Методик ҡумта/  Методическая копилка

Публикация 

 Башҡортостан уҡытыусыһы/ Учитель Башкортостана 1/2020 г.

"Воспитание детей раннего возраста в условиях билингвизма".

Открытый ООД на РМО воспитателей на тему : " Формирование у дошкольников представление о родном городе в рамках реализации программы " Уфа любимый город!"

Тәжрибә менән уртаҡлашыу.

Педагогик табыш 

Һәр кемдең үҙ юлы бар, ул уны һайлай һәм ғүмере буйы шул юл буйылап  бара. Балалар йылмайыуы, ижады, идеялары, табыштары һәм асыштары - ул һүҙҙәр генә түгел, ә ул минең һәр көнөмдөң булмышы. Мин, заман талаптарына яраклашҡан тәрбиәсе булараҡ, балалар баҡсаһында кескәйҙарҙең  тормошон мауыҡтырғыс, күңелле һәм ғәҙәти булмаған итеп тыуҙырырға тырышам, сөнки һәр бала үҙенсә уникаль һәм ҡәҙерле! Минеңсә, тәрбиәсенең маҡсаты ул- ҡыҙыҡлы, сағыу белем биреү мөхитен ойоштороу аша һәр кескәйҙең ижади куҙҙалау , эҙләнеү һалатен белем алыуға теләген үҫтереү өсөн шарттар булдырыу.

 


Флисовый планшет, является одной из инновационных технологий, которую можно успешно применять на занятиях для реализации разнообразных задач, а также универсальным средством для решения проблемы создания образовательной среды, с его помощью можно учиться считать, составлять алгоритмы и схемы, выкладывать, знакомиться с фигурами, линиями, свойствами предметов, а самое главное – играть.

Цели и задачи использования планшета : развитие у детей мелкой моторики рук, обогащение сенсорного опыта, развитие тактильных ощущений, развитие памяти, речи, внимания, воображения.

В своей работе я использую комплексы, которые представляют собой флисовые планшеты. Они выполнены по принципуФланелеграф, но по сравнению с ним обладают рядом преимуществ: современные материалы (, флис, фетр ) имеют намного большую силу сцепления, чем фланель. Поэтому игровой материал прочно прикрепляется к основе и не падает с полотна во время занятий. В отличие от фланелеграфа и доски планшет создает условия для проявления творчества педагога и комфортного проведения занятия.

И самое главное – флисовый планшет отвечает требованиям ФОП и  ФГОС ДО к развивающей предметно-пространственной среде, он:

• содержательно - насыщенный, развивающий;

трансформируемый;

• полифункциональный;

• вариативный;

•доступный (в том числе, для детей с ограниченными возможностями здоровья);

• безопасный;

• эстетически - привлекательной.

 


Ни өсөн быны һайланым ?

Хәҙер педагогтар араһында әсбаптар, уйынсыҡтар һәм фетрҙан эшләнгән әйберҙәр ҙур популярлыҡ менән ҡулланыла. Ни өсөн  мин был пособиены әҙерләү өсөн фетр һайланым? Пособиелар әҙерләүҙә фетр ҡулланыуҙың ыңғай яҡтары күп. Фетрҙың төҫтәре киң, үлсәмдәре төрлө (уңайлы һәр магазинда һатыла , төрлө ҡалынлыҡта, уң һәм һул  яғы юҡ, еңел беркетелә һәм йәбештерелә, шуға уны тегергә һәм бөгөргә кәрәкмәй, сөнки ситтәре ҡойолмай. Был материал йомшаҡ, йылы булыуы менән айырылып тора,балаларҙың ҡул моторикаһын үҫтерә. Әгәр һеҙ фетрҙы ҡулығыҙға алһағыҙ, уның ни тиклем йылы һәм уңайлы булыуын һиҙерһегеҙ.

Шулай уҡ ламинировать ителгән  һүрәттәрҙе лә ҡулланам. Сағыу, матур, төҫлө һүрәттәр балаларҙың хәтерҙәрен, ҡул моторикаһын, аң-зиһенен, телмәрҙәрен  үҫетереүгә булышлыҡ итә.


Планшетты мин шәхсән балалар менән һәм төркөм менән эшләгәндә лә ҡулланам.

Дидактик уйын “ Балаҫты биҙә”

Маҡсат: Балаларҙы башҡорт орнаметтары менән таныштырыу.

Башҡорт орнаменттарын ҡулланып төрлө вариантта балаҫты биҙәргә өйрәтеү.

Башҡорт халыҡ ижадына һөйөү уятыу.

Уйын барышы: бирелгән өлгөләргә ҡарап балаҫты биҙәү.


Дидактик уйын "Ишен тап"
Маҡсат: йорт хайуандар тураһында белемдәрен үҫтереү, һүҙ байлығын арттырыу.

 


«Һүрәттәр буйынса әкиәт һөйлә»

Маҡсаты - балаларҙы һүрәттәр ярҙамында  әкиәт  һөйләргә өйрәтеү. Телмәрҙәрен үҫтереү. Хәтерҙәрен нығытыу, таныш әкиәттәрҙе  һүрәттәр ярҙамында һөйләү.

Уйын барышы:  бирелгән карточкалар ярҙамында әкиәтте дөрөҫ һөйләү.

 


“Башҡортостандың ете мөғжизәһе”

Маҡсат: Башҡортостан Республикаһының ете мөғжизәһе менән таныштырыу. Башҡортостанды данлыҡлы башҡорт балы, милли музыкаль ҡоралы -ҡурай, башҡорт халҡының милли батыры С.Юлаев һәйкәле, , Шүлгәнташ мәмерйәһе, ҡымыҙ эсемлеге, Шихан тауы,  Ирәмәл тауы– беҙҙең ҡомартҡыларыбыҙ тигән төшөнсәне камиллаштырыу. 

Тыуған илгә, уның шәхестәренә, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, тыуған яҡ ҡомартҡыларына ҡыҙыҡһыныусанлыҡ формалаштырыу. 

 

Уйын барышы: 

Планшетҡа ҡурай сәскәһенең ете тажы эшләнгән. Тәрбиәсе балаларға Башҡортостандың төрлө  билдәле  урындары, данлыҡлы ҡомартҡылары төшөрөлгән һүрәттәр күрһәтә. Балалар шул һүрәттәр араһынан Башҡортостандың ете мөғжизәһен һайлап алып түңәрәккә беркетелгән тейеш.  

 


Дидактик уйын «Йыл миҙгелдәре»

 Маҡсат: балаларға йыл миҙгелдәрендә яҡшыраҡ ориентирлашырға ярҙам итеү, балаларҙың тәбиғәттәге миҙгел үҙгәрештәрен белеүен байытыу һәм киңәйтеү.

 Уйын балалар менән шәхси һәм төркөмсә (2-4 кеше) эшләү өсөн иҫәпләнгән.

Уйын барышы :тәрбиәсе балаларға йыл миҙгелдәре тураһында йомаҡтар ҡоя. Балалар яратҡан миҙгелдәрен йомаҡтар яуабында табалар һәм планшетты йылдың ошо миҙгеленә хас билдәләр менән тултыралар, был тәбиғәт үҙенсәлектәре менән танышырға һәм деталдәр менән уйнарға мөмкинлек бирә. 4 айырым планшет-модуль бер-береһе менән эҙмә-эҙлекле тоташа, был йыл миҙгелдәренең бер-береһен алмаштырыуын иҫтә ҡалдырырға мөмкинлек бирә.


“Бер төрлө матрешкаларҙы йый ”

Маҡсат: балаларҙы башҡорт халҡының ғөрөф ғәҙәттәре менән таныштырыу, ихтибарын , хәтерен үҫтереү, уйынды уйнағанда ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Уйын барышы : уйынды ике кеше уйнай , парлап матрешкалар йыйып алырға.


Дидактик уйын. “Баҡсала нимә үҫә?”
Маҡсат: балаларҙа баҡса тураһында белемдәрен үҫтереү; емеш-еләктәрҙе һәм йәшелсәләрҙе айырырға өйрәтеү, уларҙың үҫеү урындарын билдәләү. Балаларҙа хәтер, телмәр, иғтибар үҫтереү, һүҙлек запасын байыҡтырыу.

 Уйын барышы :емеш-еләк һәм йәшелсәнең үҫеү урынын билдәләргә. Йәшелсәләрҙе табып бер корзинаға йыйырға.


Танграм

Маҡсат: Схема буйынса эш итеү һәм схемалағы  һүрәттәрҙе аңлау нигеҙендә яңы образдар тыуҙырыу.

Балалар "Танграм" уйынын ирекле эшмәкәрлектә ҡулланыу. Башта балалар үҙҙәренең фигураһын (мәҫәлән, ҡуян, бесәй , ә  һуңынан улар бер-береһенең  фигуралары  менән алмашынып башҡа төрлөләп эшләйҙәр  ). Был ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс уйын балаларҙы конструктив фекерләүгҙе үҫтерә.


Телмәр үҫеше буйынса флис планшеты менән берләштерелгән мнемотаблицалар ҡуланнам. Шулар ярҙамында мин киләһе һөҙөмтәләргә өлгәшә алам: балаларҙың тексты ҡабаттан һөйләргә, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар уйлап табырға теләге тыуа, шиғырҙарҙы һәм әйтемдәрҙе ятлауға ҡыҙыҡһыныуы арта, һүҙлек запасы арта.


Маҡсат. Төрлө һөнәр кешеләренең ул нимә менән шөғөлләнәнеүен нығытыу. Уйын барышы. Балалар билдәле бер һөнәр кешеһенең һүрәтен ала һәм уның нимә менән шөғөлләнеүе тураһында һөйләй. Ашнаҡсы... (аҙыҡ бешерә, табип...) (кешеләрҙе дауалай, уҡытыусы...) (Балаларҙы уҡыта, төҙөүсе... (Өй төҙөй, рәссам) (Картиналар төшөрә, пианист (пианино уйнай), яҙыусы (китап яҙа , тегенсе (кейемдәр тегә), йыйыштырыусы (иҙән йыуа, һатыусы (тауар һата, фотограф (кешеләрҙе фотоға төшөрә, тәрбиәсе (балалар тәрбиәләй) һ.б.).


“Серле планшет» ата-әсәйҙәр менән дә эш алып барған саҡта бик уңайлы ҡулланма булып тора. . Ата-әсәйҙәр балалар менән өйҙә лә бик яратып ҡулланалар. Флиз планшет  ғаилә менән үҙ-ара килешеп яҡшы мөнәсәбәттә эш итергә мөмкинселек бирә.


Коллегаларға оҫталыҡ дәресе.